+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Октябрь 2018, 10:55

Мәҙәниәт усағы яңы һулыш алды

Таштимер биләмәһе хакимиәте башлығы В. С. Абсаҙыева ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын ихлас күңелдән сәләмләне.

Ҡужан менән Салауат ауылдары халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин, район Советы депутаты З. Т. Абдуллин, «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы етәксеһе А. Ә. Тутаев һәм башҡаларҙы клуб янында хөрмәтләп ҡаршы алдылар.

Таштимер биләмәһе хакимиәте башлығы В. С. Абсаҙыева ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын ихлас күңелдән сәләмләне.

— Беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ, ниһайәт, тормошҡа ашты — бөгөн күркәм, заманса клуб асабыҙ. Бындай матур мәҙәниәт усағы биләмәлә әлегә берәү генә, киләсәктә ул гөрләп эшләһен, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.

Тантанаға йыйылыусыларҙы Р. Б. Фәттәхов тәбрикләп, клубты яңыртыуға үҙ өлөштәрен индергән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— Һеҙҙең биләмәгә район етәкселегенең иғтибары ҙур. Ошо көндәрҙә бер юлы әллә нисә мөһим объект асылды — Таштимер һәм Әбйәлил ауылдары араһында заманса, ҙур күпер, Михайловкала парк, Ҡужанда клуб сафҡа инде. Республиканың 100 йыллығына ҡарата Тупаҡта урта мәктәп һәм балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ, — тине Раян Баян улы.

— Ауылыбыҙҙа бөгөн ҙур байрам, ике йыл элек күмәкләп башлаған оло эштең осона сыҡтыҡ. Клубты йүнәтәйек тип инициатива белдергән һәм ярҙам күрһәткән ауылдаштарға, артабан ремонтты дауам итеү өсөн саралар бүлгән район етәкселегенә, эште сифатлы атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә рәхмәт, — тине район Советы депутаты, урман хужалығы етәксеһе З. Т. Абдуллин. — Клуб халыҡты берләштереүсе, ауыл тормошона йән өрөүсе ысын усаҡҡа әйләнһен.

Бина тыштан сайдинг менән көпләнгән, ҡыйығы яңыртып ябылған булһа, эстән дә матурайған. 1956 йылда Тупаҡ кирбесенән һалынған клуб менән бөгөнгөнө сағыштырырлыҡ та түгел. Стеналар тигеҙләп, һыланған-буялған. Тәҙрә-ишектәр алыштырылған, сығыу урындары янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирерлек итеп эшләнгән. Электрҙы аҙ ҡулланған экономиялы йылытыу системаһы ҡуйылған. Өр-яңы иҙәндәр йәйелгән, түбә заманса материалдар менән көпләнгән. Сәхнә лә уңайлы, ҡупшы килеп сыҡҡан, зауыҡлы шаршауҙар эленгән. Шундай уҡ йәшел төҫтәге 100 йомшаҡ ултырғыс алынған. Хәҙер ауыл халҡы рәхәтләнеп, яҡты, йылы клубта тамаша ҡыла ала.

Мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль композицияһы башланып китте Ҡужан клубындағы тәүге сығыш. Кескәйҙәр тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне, йыр башҡарҙы. Артабан сәхнә түренә Вәсилә Сәғит ҡыҙы саҡырылды. Биләмә башлығы эште һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотҡан Р. Һ. Сыңғыҙовҡа, райондың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт бүлектәренә рәхмәт еткерҙе. Ул капиталь ремонт эшен еренә-еткереп атҡарған «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ойошмаһы етәксеһе Азамат Әҡсән улы менән ҙур ярҙам күрһәткән Зариф Тәфтизан улына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Ауылдың яҙмышы өсөн борсолоп-янып йөрөгән, проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән Клара Абдуллина ла рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

— Ауылдың ағинәйҙәре ошонда йыйылып, йома сәйҙәре эсһен, балалар өсөн төрлө саралар үтһен. Ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле төҙөп, район кимәлендәге коцерттарға сыҡһа, бигерәк һәйбәт буласаҡ. Мәҙәниәт усағығыҙ дөрләһен, — тине район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин һәм мәҙәниәт усағына музыкаль аппаратура бүләк итте.

Ҡужан клубы мөдире Н. Ш. Һибәтуллина ҡыҙыу эш мәлендә ярҙамдан баш тартмаған Луиза һәм Денис Хәбировтар, ауыл старостаһы Азат Фәтхуллин, ветерандар советы рәйесе Рамил Амангилдин, Вәсилә Зыяҡаева, Рәфҡәт Ғафаров, Вәсилә Амангилдина һәм ҡалған ауылдаштарына ысын күңелдән рәхмәт һүҙе еткерҙе. Нурия Шакирйән ҡыҙы шулай уҡ ниәттәре менән уртаҡлашты һәм ауылдаштарын клуб, түңәрәктәр эшендә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Йыр-моңға һыуһаған ҡужандар клуб асылыу уңайынан ҡуйылған концертты тын да алмай, йотлоғоп ҡараны. «Салауат» ансамбле (етәксеһе Рәйлә Хафизова) дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы әсир итте. Ҡужан ауылы кейәүе Руслан Әпсәләмов, Таштимер егете Заһир Хызыровтың моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауылдың һәүәҫкәр әртистәре лә яңы сәхнәгә сығып, йырлап-бейеп күңел асты.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: