+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2018, 12:56

Сәсәндәребеҙ халыҡ исеменә лайыҡ

Райондың һүҙ оҫталары Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты.

Райондың һүҙ оҫталары Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты. Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Марс Сәйетғәлин менән бергә ауыҙ-тел ижады бәйгеһенә арҙаҡлы сәсәниәләребеҙ Хәнифә Әүбәкирова (Үтәгән), Мәүҙиға Баймөхәмәтова (Ҡырҙас), Вәсилә Садиҡова (Һәйетҡол), Илсиә Ҡасимова (Хәмит), Раян Яҡупов (Яңы Балапан), Зилбәр Ғайсина (Аһылай), Гөлнур һәм Нияз Замалетдиновтар (Атауҙы), Азалия Атанғолова (Ишҡол), Зөлфирә Ҡарағужина, уның улдары Рамаҙан һәм Буранбай Моратшиндар (Ташбулат) барҙы. Сәсәндәрҙе фестивалгә мәҙәни-ял үҙәгенең методик бүлеге мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова әҙерләне.

Улар фестивалдә Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтың «Урал батыр» эпосын Ғәбит сәсәнгә тапшырған мәлен театрлаштырылған тамаша итеп күрһәтте. Әбйәлил ерендә сығарылған башҡорт халыҡ йыры «Саңдүҙәк»те Заһир Хызыров, «Ҡуңыр буға» йырын Зилбәр Ғайсина башҡарыуы, Азамат Итекәевтың ҡурайҙа, Миңлегөл Солтанбаеваның ҡыл-ҡумыҙҙа уйнауы сәсәндәребеҙҙең сығышына аһәң, милли биҙәк өҫтәне. Тарихи, йөкмәткеле сығыш абруйлы жюри ағзаларына ла, тамашасыларға ла бик оҡшаны. Район сәсәндәре үҙенсәлекле номер өсөн юғары баһаға — халыҡ исеменә лайыҡ булды.

Фестивалдә сәсәндәр айырым да ҡатнашты, положениеға ярашлы, улар бер эпос һәм үҙҙәре ижадынан әҫәр тәҡдим итте.

Мәртәбәле бәйгене йомғаҡлау тантанаһында иң күп бүләктәр беҙҙең район делегацияһына тапшырылғандыр. Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сәсәнлек традицияларына тоғро ҡалған һәм башҡорт халҡының тел ынйыһы, рухи хазинаһын һаҡлау, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән Хәнифә Әүбәкированы «Милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләне. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Азалия Атанғоловаға «Иң йәш сәсәниә» исеме биреп грамота тапшырҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо мираҫы, аҫыл ҡомартҡыһы булған эпос-ҡобайырҙарҙы юғары сәнғәт өлгөһө итеп күтәргәне, ишеттергәне һәм уларҙы йәш быуынға еткергәне өсөн Зөлфирә Ҡарағужина рәхмәт хаты менән билдәләнде. Нияз Замалетдиновҡа көмөш миҙал һәм диплом тапшырылды. Башҡорт милли мәҙәниәтен, рухиәтен үҫтереү, халыҡ ижадын һаҡлау, сәсәнлек мәктәбен нығытыуҙа фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Марс Сәйетғәлин Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Әбйәлилдән сыҡҡан Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Мөғәлләм Мирхәйҙәров кеүек билдәле сәсәндәребеҙҙең эшен дауам итеүсе, башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижадын үҫтереүсе райондың сәсәндәр мәктәбен «халыҡ» исеменә лайыҡ булыуҙары менән ҡотлап, уларға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: