+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2018, 13:07

Мәҙәниәтселәр йыйынында ҡатнашты

Байым ауылындағы күп тармаҡлы мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Марс Сәйетғәлин Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре съезында ҡатнашты.

Байым ауылындағы күп тармаҡлы мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Марс Сәйетғәлин Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре съезында ҡатнашты.

— Иң тәүҙә миңә оло ышаныс күрһәткәндәре өсөн район, республика етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Бындай абруйлы сарала ҡатнашыу бер яҡтан бик тулҡынландырғыс, икенсе яҡтан фәһемле булды. Өс көн дауам иткән съезда илдең төрлө тарафтарынан йыйылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләштек, маҡсаттар билдәләнек, — тине Марс Мөҙәрис улы сәфәр тәьҫораттары менән бүлешеп.

Съезды асыу тантанаһы РФ Мәҙәниәт министрлығының ҙур залында үткән. Кискеһен делегаттар Мәскәү дәүләт фольклор театрында «Минең Ватаным — Рәсәй» патриотик йырҙар фестиваленең гала-концертында бөтә илдән йыйылған сәхнә оҫталарының сағыу тамашаһын ҡараған. Съездың икенсе көнө Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында уҙған. Илдең мәҙәниәт министры урынбаҫары О. С. Ярилова үҙенең сығышында ауыл ерендә эшләүсе мәҙәниәт усаҡтарына иғтибар артасағын белдергән. Һөйләшеүҙә мәҙәни кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе, бигерәк тә ауылға эшкә ҡайтырға теләмәүҙәре һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү буйынса төрлө фекерҙәр, урынлы тәҡдимдәр яңғыраған. Шулай уҡ министр урынбаҫары «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырылған «Тыуған ил мәҙәниәте» проекты һәм «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләгән.

М. Сәйетғәлин съезда ҡатнашыусылар алдында «Мәҙәни-ял үҙәге учреждениелары эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше булараҡ һүҙ сәнғәтен тергеҙеү» темаһына арналған ҙур доклад менән сығыш яһаған.

Өсөнсө көндә үткән пленар өлөштә төрлө тарафтарҙан йыйылыусылар күп тармаҡлы үҙәк нимәләр менән шөғөлләнеүе, ниндәй саралар ойоштороуы хаҡында һорашып, М. Сәйетғәлинға һүҙ биргән. Ауылдың мәҙәниәт усағы эшмәкәрлеге һәм «Сәсәндәр йыйыны» ауыҙ-тел ижады фестивален үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан Марс Мөҙәрис улын коллегалары ҡыҙыҡһынып тыңлаған, һорауҙарына тулы яуап алған.

— Ғөмүмән, бик эшлекле съезда булып, бөтәбеҙ ҙә киләсәккә аныҡ маҡсаттар, ҙур пландар билдәләнек. Мәҫәлән, үҙемдең эшемә килгәндә, мәҙәниәт йортоноң ике өлгөлө коллективы — «Шатлыҡ» бейеү ансамбле һәм «Күбәләк» балалар театры менән «Тыуған яҡ мәҙәниәте» проектында мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк тигән ҡарарға килдем, сөнки съезда балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә айырым иғтибар буласаҡ тип билдәләнде. Иң мөһиме, баш ҡаланан хеҙмәтебеҙ кәрәкле һәм мөһим булыуына инанып, мәҙәниәтте күтәреүҙә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар яуларға тип, дәртләнеп ҡайттыҡ.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: