+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2018, 12:03

Үҙәнбаевтар “Байыҡ” сәхнәһен шаулатты

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион бәйгеһенең йомғаҡлау туры үтте.

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион бәйгеһенең йомғаҡлау туры үтте. Гала-концертта быйылғы конкурста еңеүселәр һәм лауретаттарҙың иң шәп сығыштары күрһәтелде, еңеүселәр тип табылғандар дипломдарға, бүләктәргә лайыҡ булды.

Шуныһы ҡыуаныслы, һәр ваҡыттағыса, әбйәлилдәр быйыл да һынатманы, Гран-при яулаусылар исемлеген Атауҙы ауылынан Үҙәнбаевтарҙың ғаилә ансамбле тулыландырҙы.

Ансамбль составында Вәлиулла Үҙәнбаев улы Заһир, ҡыҙҙары Лилиә, Гөлназ, Гүзәлиә, ейән-ейәнсәрҙәре Азалия, Эльвина, Радик, бер туған ҡустыһының улдары Илмир, Илһам, Фәйез менән бейене. Әлбиттә, гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын алыу еңел түгел. Бының өсөн иң элек һайлап алыу турын үтеү мотлаҡ. Унан инде абруйлы жюри алдында беренсе, икенсе турҙарҙы үтеү өсөн күпме тырышлыҡ, көс талап ителә. Өҫтәүенә, яңғыҙ башҡарыусыларға ҡарағанда ансамбль менән сығыш яһауы ла анһат түгел. Шулай ҙа Үҙәнбаевтар бөтә турҙы лайыҡлы үтеп, йомғаҡлау концертында ҡатнашыу хоҡуғы алдылдар.

Гала-концертта танылған яҡташыбыҙ, хореограф Фәнил Әсәҙуллин һалған «Батырҙар нәҫеле» бейеүе менән сығыш яһаны Үҙәнбаевтар.

Талантлы яҡташтарыбыҙҙың дәртле сығышы юғары баһаланды. Конкурс йомғаҡтары буйынса Үҙәнбаевтар ғаиләһе республикала ғаилә ансамблдәре араһында Гран-при яуланы. Афарин!
Читайте нас: