+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2018, 12:10

Рәхмәт ауылы таланттарға бай

«Байыҡ» телевизион конкурсында Рәхмәт һылыуы Ынйы Мансурова яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-приға лайыҡ булды.

«Байыҡ» телевизион конкурсында Рәхмәт һылыуы, 10-сы класс уҡыусыһы Ынйы Мансурова (һүрәттә) яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-приға лайыҡ булып, әбйәлил еңеүселәренең иҫәбен арттырҙы.
Талантлы ҡыҙыҡай башланғыс класта уҡыған ваҡытынан Рәйес Низаметдиновтан бейеү серҙәрен төшөнә. Бер аҙ үҫә төшкәс, ата-әсәһе Аҡсәскә менән Таймас Мансуровтар Ынйыны күрше Учалы районының Баттал ауылына бейеү түңәрәгенә йөрөтәләр. Ә «Байыҡ»ҡа Ынйыны Зилә Лира әҙерләй.
Ынйы ата-әсәһенең, уҡытыусыһының, яҡташтырының ышанысын аҡлап, «Байыҡ»та иң йәш ҡатнашыусы тип билдәләнде һәм республиканың иң шәп бейеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Ынйыға ни бары әле 16 йәш кенә һәм ҡыҙыҡайҙың ҙур еңеүҙәре алда әле. Афарин!

* * *

Ринат Ғаззалов Рәхмәт мәктәбенең 5-се класынан һуң, быйыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Өфөлә уҡый башланы.
Йыр-моңға әүәҫ үҫмер быйыл тәүге тапҡыр «Сулпылар» балалар йыр конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулауға өлгәште. Маладис, Ринат!
Читайте нас: