Ташбулат ауылының «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле Өфөлә, Башҡортостан мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы ойошторған I республика мөнәжәтселәр байрамында ҡатнашты.
Октябрь аҙағында Сибайҙа төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйге-һендә уңышлы сығыш яһап, Өфөләге байрамға ҡунаҡтар сифатында саҡырыу алғайныҡ. Байрамдың тәүге өлөшө баш ҡалалағы «Ихлас» мәсетендә башланды. Ҡасандыр төрлө һөнәр эйәләре булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң динде үҙ иткән, илем, телем, халҡым тип янған хөрмәтле мосолман ҡатындары беҙҙе ҡәҙер итеп ҡаршы алдылар. Мөнәжәтселәрҙең республика байрамына беҙҙән тыш Өфө, Күмертау, Сибай, Туймазы, Бөрө, Бәләбәй ҡалалары, Ғафури, Учалы, Баймаҡ, Кушнаренко, Миәкә райондары вәкилдәре килгәйне. Мәсет тупһаһын аша атлап үткәс тә байрамдың үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы буласағы күҙгә ташланды. Аҙан тауышы намаҙға саҡырҙы һәм бөтәбеҙ ҙә намаҙ уҡып, сафландыҡ. Беренсе тапҡыр килеүселәр өсөн бындағы мөслимәләр намаҙ уҡыу тәртибен, нескәлектәрен төшөндөрҙө.
Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙары ошонда уҡ ҡорбан ашы яраштырҙы, уларҙың өҫтәленә башҡа райондарҙан да килеп еткән тәмле күстәнәстәр ҡунаҡланы. Артабан «Мосолман халҡы тормошонда сауҙа һәм бизнес» темаһына фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы, унда үҙебеҙ өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ.
Байрамдың төп өлөшө «Нур» дәүләт театры сәхнәһендә үтте. Театр фойеһында һәр ҡатындың ҡул көсө, күҙ нурҙары һалып эшләнгән биҙәкле һаҡал, мәрйен теҙелгән ҡашмауҙар, сулпы һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәренән күргәҙмә ҡуйылғайны.
Сәхнәлә иһә һәр район делегацияһы ҙур тырышлыҡ һәм ихласлыҡ менән сығыш яһаны. Башҡорт, татар милли кейемдәрендә килгән ансамблдәрҙең сығышында ислам дине, йәш быуынға әхлаҡ, иман тәрбиәһе биреү темаһы өҫтөнлөк итте.
«Гөлнәзирә» ансамбле башҡалар араһында һынатмай, мөнәжәттәр әйтеп, уңышлы сығыш яһаны һәм диплом, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Ансамбль составындағы Рәсәй дини университеты студенты Гөлсинә Йәнйегетованың ҡумыҙҙа уйнауы, Фәләҡ сүрәһен ғәрәпсә уҡыуы, байрамда иң кескәй ҡатнашыусы тип табылған 5 йәшлек Фәтиха ҡыҙыбыҙҙың сүрә уҡыуы һәм йырлауы залдағыларҙы битараф ҡалдырманы.
Ислам дине тәғлимәттәрен таратыуға, балаларға әхлаҡ, тәүфиҡ тәрбиәһе биреүгә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлауға, туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға ҙур өлөш индергән мөнәжәтселәр Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
«Гөлнәзирә» фольклор ансамбле коллективы сәфәргә барыуҙа ярҙам күрһәткән бағымсылар Салауат Нафиҡов, Ишморат Ҡалдамановҡа ла иң изге теләктәрен юллай.
Хәмдиә ФӘЙЕЗОВА, уҡытыусы-ветеран.