+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2019, 18:20

Рәхим ит, театр йылы

Һәр йылды, нимәгәлер бағышларға йола итеп алып, бик яҡшы ғәҙәтләнгәнбеҙ.

Тормош — аҡҡан һыу кеүек... Йыл әле генә башланып китә, әйләнеп ҡарағанса, тамамланып та ҡуя. Һәр йылды, нимәгәлер бағышларға йола итеп алып, бик яҡшы ғәҙәтләнгәнбеҙ.

Күптән түгел Хәмит ауылында Ғаилә йылын оҙатыу, Театр йылын ҡаршы алыу кисәһе ойошторолдо. Сәхнәләгеләр, бер-бер артлы төрлө сығыштары менән йыйылған тамашасыларҙы таң ҡалдырҙылар. Йәмилә Дәминева, Гөлиә Шаһыбалова башҡарыуындағы моңло йырҙар күңелдәргә үтеп инде. Һәр башҡарылған йыр тамашасының көслө алҡыштары менән оҙатылды. Азалия Шаһыбалованың өҙҙөрә баҫып бейеүе тамашасыны әсир итте. Рөстәм һәм Лидар Ҡасимовтарҙың башҡарған йыры йөрәккә майҙай яғылды. Кисәне Регина Ғәҙелшина бик үҙенсәлекле итеп алып барҙы.

Йыр-бейеүҙәр араһында ауылдаштарҙы Ғаилә йылында ҡаҙанған уңыштары менән ҡотлауҙар булды. Ғаилә йылында «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған Дилә Яныбаеваға йылы һүҙҙәр әйтелде. Сәләмәт тормош алып барыусы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, үткәрелгән сараларҙа матди яҡтан ярҙам итеүселәр билдәләнеп, уларға бүләктәр тапшырылды. Ауылдаштарымдың тормоштан йәм табып йәшәүҙәренә ғорурланам. Уларҙы ауыл биләмәһенең башлығы Фирүзә Ғәҙелшина ысын күңелдән ҡотлап, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, ауылдың йөҙөн балҡытып йәшәүҙәрен теләне.

Ғаилә йылы үтеп китте, тип уйламайыҡ. Быйыл да ғаиләләр имен-һау, бәхетле йәшәһендәр. Төрлө уңыштарға өлгәшһендәр.

Рәхим ит, Театр йылы! Үҙеңдең йырлы-моңло, уңыштар менән тулы, ҡыҙыҡлы, мажаралы, ҡыуаныслы көндәрең менән, әйҙә, түргә үт. Асылмаған таланттарҙы ас! Тик донъялар имен булһын, ерҙә кешеләр татыу, тыныс йәшәһендәр.

Х. СОЛТАНОВА.

Читайте нас: