+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2019, 12:20

Гармун менән Тулаға

Азат Ханнан улы Атанғолов өйрәнсеге Айназ Дәүләтовҡа ҙур өмөттәр бағлай.

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы — «Рәсәйҙең иң яҡшы ун гармунсыһы» алтын исемлегенә ингән һәүәҫкәр гармун оҫтаһы Азат Атанғолов дүрт йыл элек үҙ теләге менән гармунсылар әҙерләүгә тотондо һәм бына тәүге ҡарлуғастары еңеүҙәр килтерә лә башланы.

Азат Ханнан улы айырыуса өйрәнсеге Айназ Дәүләтовҡа ҙур өмөттәр бағлай. «Айназ тәбиғәттән музыкаль һәләтле, һиҙгер, отҡор малай. Әлеге тырышлығын ташламаһа, киләсәктә унан бынамын тигән профессиональ гармунсы сығасаҡ», — тип күҙаллай. Ғинуарҙа ғына 11 йәшен тултырған малайҙың быға ышандырырлыҡ етди ҡаҙаныштары бар. Ике йыл элек остазы менән Яңауылда уҙған Ф. Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» бәйгеһендә ҡатнашып, «Иң йәш ҡатнашыусы» дипломы менән билдәләнһә, былтыр В. Ф. Беляков призына III Халыҡ-ара конкурста III дәрәжә дипломант исеменә лайыҡ булған. Бынан тыш музыка мәктәптәре уҡыусылары араһында уҙған төбәк бәйгеһендә лә уңышлы сығыш яһаған.

Былтыр көҙ йәш башҡарыусылар араһында уҙасаҡ «Тула гармуны» I Бөтә Рәсәй конкурс-фестиваленең положениеһы килгәс, А. Х. Атанғолов унда һәләтле уҡыусыһын ҡатнаштырып ҡарарға ниәтләй. Айназ башҡарыуында рус-башҡорт көйҙәренә теҙмәләрҙе видеоға төшөрөп, конкурс комиссияһына ебәрәләр. Беренсе турҙы уңышлы үтеп, Тула ҡалаһына финалға саҡырыу алалар. Сәнғәт мәктәбе етәкселегенең, малайҙың ата-әсәһенең ризалығы менән Азат Ханнан улы Айназ менән ғинуар аҙағында алыҫ сәфәргә юллана.

Фестивалдең ике көнлөк программаһының тәүге көнөндә конкурс һәм мастер-кластар уҙа. Сығыштар солистар һәм ансамблдәр номинацияларында, төрлө йәш категориялары буйынса айырым баһалана. Айназ Дәүләтов 10–13 йәшлек солистар категорияһына ҡараған 7 бәйгесе араһында йәрәбә буйынса иң һуңғыһы булып сығыш яһай. «Дәғүәселәрҙең сығышын ҡарағандан һуң, Айназдың урын аласағына шигем ҡалманы. Бары тик ҡаушап ҡуймаһын, тип теләнем», — ти остазы. Малай һынатмай, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт әһелдәренән торған жюри алдында үҙенең конкурс программаһын — «Яблочко», «Һылыу ҡыҙҙар» көйҙәрен һыҙҙырып уйнап сыға. Атаҡлы гармун оҫталары — РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Е. П. Дербенконың, атҡаҙанған артист Г. В. Калмыковтың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, урындағы телевидениеға интервью бирә. Кискеһен иһә гармуны, самауыры, перәниктәре менән дан тотҡан ҡаланың төрлө музейҙарын ҡарау бәхете тейә.

Икенсе көндә Тула ҡалаһының ял үҙәге — «Металлургтар» мәҙәниәт һарайында уҙған гала-концертта ҡатнашалар. Иң башта еңеүселәр тәбрикләнә. Уҡытыусыһының өмөт-ышаныстарын аҡлап, Айназ Дәүләтов II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Фестиваль ҡунағы булараҡ Азат Ханнан улы Рәсәйҙең иң оҫта гармунсылары рәтендә гала-концертта ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй кимәлендәге фестиваль-конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы берҙән-бер бәйгесенең лауреат булыуы республика өсөн ҙур еңеү. Хәҙерге ваҡытта ул республика гармун байрамында ҡатнашырға әҙерләнә, уҡытыусыһы талантлы уҡыусыһын Мәскәү сәхнәһенә алып сығырға тигән ниәттәр ҡора. Айназдың да пландары ҙур, киләсәктә гармун буйынса китергә уйлай. Оҫта гармунсылар нәҫеленән бит әле ул. Был тәңгәлдә гармуны менән үлемһеҙ йырҙар ижад иткән һәүәҫкәр композитор, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтовты телгә алыу ҙа етә.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: