Ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: магазиндан һатып алынған әҙере, сепрәктән тегелгәне, бәйләнгәне, тере бала буйлығы, йәтеш кенәһе. Ярым-яланғас барбиҙарға милли кейемдәр нисек килешкәнен күрһәгеҙ икән: зифа буй-һындары тағы ла һомғоллана төшкән, йөҙҙәренән итәғәтлелек бөркөлә төҫлө. Бәғзе бер уңған әсәйҙәр милли кейем әҙерләү менән генә сикләнмәгән, ҡурсағынан башлап милләтенә хас ҡаралты-атрибутына тиклем үҙ ҡулдары менән эшләгән. Бигерәк тә бәйләмә эштәр ваҡлығы, тигеҙ итеп башҡарылыуы менән уға хәтһеҙ ваҡыт түгелеүе хаҡында һөйләй. Ә ысын биҙәүестәрҙән һис ҡайтыш булмаған шау мәрйендән теҙелгән ҡашмау-һаҡалдар һуң?! Тәңкәле камзул-еләндәр, таҫмалап тегелгән балитәкле күлдәктәр, күн ситектәр, төлкө бүректәр, һуғылған шәл, флүр яулыҡ — күп ҡурсаҡтарҙың башҡорт милли кейеменә кейенеүе ерлегебеҙгә күрә тәбиғи күренеш. Береһенән-береһе сибәр, ҡараштарын ҡамыштай керпектәре аҫтына йәшергән ете ҡыҙ, силәктәрен көйәнтәләгән Зөһрә образдарына ингән ҡурсаҡтар үҙҙәре үк риүәйәт-легендалар һөйләй кеүек. Самауырлы ҡыҙ бына-бына бейеп китер төҫлө тойола. Малай итеп кейендерелгән ҡурсаҡтар ир-егеттәрҙең милли кейемдәрен сағылдырҙы. Урыҫ, татар, украин, белорус, осетин, һинд, сиған, испан, эскимос һәм башҡа күп милләт вәкилдәрен осратырға насип булды район үҙәгенең «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында ҡоролған күргәҙмәлә. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгенең шарты буйынса был халыҡтар дуҫлығы коллекцияһы балалар баҡсаларында ҡаласаҡ, дәрестәрҙә методик ҡулланма итеп файҙаланыласаҡ. Тимәк, балалар милли кейемдәрҙе һүрәттән ҡарап ҡына түгел, ә тотоп ҡарап өйрәнәсәк. Күп кенә баҡсаларҙа балаларҙың уйнатып йөрөгән ҡурсаҡтарына милли кейемдәр тектергәндәр, был үҙенә күрә рух тәрбиәләү алымы ла, балала уйын аша милли үҙаң үҫешәсәк. Район конкурсына тәҡдим ителгән ҡурсаҡтар араһында еңеүселәрҙе жюри һәр КМО буйынса айырым билдәләне һәм күргәҙмәне район кимәленә сығарыу зарур тигән ҡарарға килде. Бына улар алтын ҡуллы әсәйҙәр: Асҡар КМО-һы буйынса Ләйсән Йәһүҙина, Ләйсән Сынбаева, Венера Хәсәнова («Ҡайынҡай»), Зилиә Мөхәмәтғәлина («Миләш»), Гөлфирә Хәкимова («Сулпылар»), Фәнилә Нөғәмәнова («Тирмәкәй»); Красная Башкирия КМО-һы — Лилиә Баймөхәмәтова («Тылсым», Дәүләт), Александра Мөхәмәтйәнова, Екатерина Банная, Людмила Васильева («Тирмәкәй», Красная Башкирия), Анна Усманова, Эльмира Ишмырҙина («Ысыҡҡай», Озерный), Гүзәл Дәүләтова («Айгөл», Һамар); Ташбулат КМО-һы — Гөлназ Ғатауллина, Илүзә Алтынбаева («Ҡояшҡай», Байым), Эльмира Рәхимова (Яңы Балапан, мәктәпкәсә төркөм); Урал КМО-һы — Гөлсирә Ғәниева, Айһылыу Өмөтбаева, Әлиә Савина («Чебурашка», Сиҙәм); Йәнгел КМО-һы — Рәфилә Әбүталипова («Аҡбуҙат», Гусев), Гөлшат Атауллина, Дилара Нурғәлина (Таштуй, мәктәпкәсә төркөм); Амангилде КМО-һы — Гөлбикә Ғәтиәтуллина, Лениза Зәйнишева (Хәмит), Римма Махийәнова (Ҡырҙас), Миләүшә Ғәбитова (Үтәгән); Таштимер КМО-һы — Миңлегөл Латипова, Динара Әхтәмова, Әлиә Ҡустыбаева, Зөлфирә Ғиләжева, Дилара Байназарова, Илмира Ирғәлина («Ҡояшҡай», Әбйәлил). Бәйге сиктәренән тыш йөкмәткеле композициялар ҙа баһалап кителде: Оксана Костина башҡарыуында «Себер халыҡтары» («Тирмәкәй», Красная Башкирия), Гөлфирә Ғәләитдинованың «Ғаилә менән», Мәүлиҙә Мөхәмәтдинованың «Килен сәйе», Эльмира Йыһанованың «Йәш ғаилә» («Ҡайынҡай», Асҡар), Лилиә Рәхмәтуллинаның «Әбей менән бабай» эштәре («Шатлыҡ», Ташбулат).