+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2019, 12:01

Йәйғорҙай балҡып йәшәргә

Театр йылын асып, «Йәйғор» халыҡ театры тамаша ҡорҙо. Үҙешмәкәр артистар быға тиклем уйналған спектаклдәрҙән өҙөктәр тәҡдим итте.

Театр йылын асып, «Йәйғор» халыҡ театры тамаша ҡорҙо. Үҙешмәкәр артистар быға тиклем уйналған спектаклдәрҙән өҙөктәр тәҡдим итте.

Ике ҙур ваҡиғаның — Театр йылының һәм М. Кәримдең 100 йыллығының 2019 йылға тура килеүе бер-береһен тулыландыра, байыта кеүек. Ни тиһәң дә әҙәбиәт аҡһаҡалының драма әҫәрҙәре башҡорт театр сәнғәтенең классик өлгөләрен тәшкил итә. «Йәйғор»ҙар ҙа театраль тамашаны бөйөк Мостайҙың «Салауат» трагедияһы (Салауат ролендә Раян Нафиҡов) менән асты. Халыҡ театры янында эшләүсе «Мираҫ» әҙерлек төркөмөндә шөғөллә-неүсе малайҙар әҙиптең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Кендек (Тимур Рәхимов), Ибрай (Арслан Илһамов), Вәлетдин (Илназ Әйүпов), Шәйҙулла (Рәзим Хәлисов) һәм Мөхәррәм (Нияз Фәттәхов) башлыҡ Шәһиҙулланың (Искәндәр Илһамов) «Кем ыҙмаһы иң бейек?» — тигән һорауына дөрөҫ яуап эҙләне. Алма ағасынан алыҫ төшмәй: бәләкәй әртистәрҙең «театр сире» менән ауырыуы ҡандан, бөтәһенең дә тиерлек ата-әсәһе ошо халыҡ театрында уйнай. «Йәйғор»ҙың талантлы йәш артистары Лиана Сафиуллина (Айгөл) менән Иҙел Хәкимов (Ричард) М. Кәримдең «Айгөл иле»нән хистәргә бай өҙөк ҡуйҙы. М. Кәрим ижадына мөрәжәғәт итеүҙе дауам итеп, тамаша барышында Лиана «Үлмәҫбай» поэмаһын, Иҙел «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе.

«Йәйғор» халыҡ театры репертуарында һуғыш, тылдағы ауыр тормош темаһын сағылдырған етди драма әҫәрҙәре байтаҡ. 2005 йылда «Йәйғор»ҙар И. Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре», 2009 йылда Ғ. Әхмәтшиндың «Талъян гармун», 2015 йылда К. Аҡбашевтың «Йәшлегем тирәктәре», 2018 йылда Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» пьесаһын сәхнәгә ҡуйғандар. «Йәшлегем тирәктәре» менән Бәләбәй ҡалаһында уҙған халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә» төбәк-ара фестивалендә өсөнсө урын яулағандар. Тамашасылар иғтибарына ошо спектаклдән ике күренеш тәҡдим ителде. Ролдәрҙе Илгиз Истамғәлин (Басариев), Мәрғүбә Оморҙаҡова (Фәрихә), Динара Сафиуллина (Гөлләриә), Азалия Шәйәхмәтова (Марьяна), Иҙел Хәкимов (Ҡотош) башҡарҙы. Былтыр «Гармунсы дуҫ» драмаһын ҡуйып, үҙешмәкәр коллектив йәнә халыҡ театры исемен аҡлауға өлгәште. Унан сәхнәләштерелгән өҙөктәрҙә Зәлиә Фәттәхова (Гөлъямал), Мәрғүбә Оморҙаҡова (Айбикә), Гөлнур Носратова (Бибикамал), Фәнүзә Илһамова (Гөлнур), Марат Фәттәхов (Билал), Зөлфир Илһамов (Ғимран) уйнаны.

«Йәйғор» халыҡ театры артистарға ныҡ бай тип әйтеп булмай. Әммә сәнғәткә ғашиҡ, театрға тоғро тотороҡло һәм бер ғаилә кеүек татыу коллектив бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — бында тотош ғаиләләр менән уйнайҙар, актерҙар династиялары формалаша. Һәм «Йәйғор»ҙың бөтә артистарының да күп яҡлы талант эйәләре булыуҙарын билдәләү зарур. Быға Театр йылын асыу тамашаһы тағы бер тапҡыр инандырҙы. Әле бер, әле икенсе образға ингән артистар үҙҙәре үк тамашаны музыкаль яҡтан биҙәне. Иҙел Хәкимов өҙҙөрөп бейене, Марат Фәттәхов моңло тауышы менән әсир итте. Сулпан Әҡсәнова нәфис һүҙ менән сығыш яһаны. Фәттәховтарҙың ғаилә сығышы иһә был ижади парҙың һәм уларҙың улдарының бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Азалия Шәйәхмәтова менән Илгиз Истамғәлин сараны матур итеп алып барҙы.

Бер тамашала бихисап спектаклдәрҙән ҡуйылған өҙөктәр, артистарҙың төрлө образдарҙағы балҡышы артында «Йәйғор»ҙың ижад усағын дөрләтеүсе режиссер И. М. Шәйәхмәтованың тынғыһыҙ хеҙмәте ята. Илүзә Мөҙәрис ҡыҙының «Йәйғор» халыҡ театрына алмаш тәрбиәләүе айырыуса маҡтауға лайыҡ. «Мираҫ» әҙерлек төркөмөнән талантлы балаларҙың — Гүзәл Хәйбуллина, Илзидә һәм Фидалиә Шәйәхмәтоваларҙың илһамлы сығыштары бынамын тигән артистар үҫеп килеүенә ишара.

Театр йылы дәртле башланғыс алды. «Йәйғор»ҙарға ҡыҙыу, ҡомарлы ижад теләп, шәп премьералар һәм аншлагтар көтөп ҡалабыҙ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: