+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март 2019, 12:02

Уйландырҙы, хисләндерҙе «Ярангөл»

Республика һәүәҫкәр театр коллективтарының фестиваль-марафоны Әбйәлил ерендә.

Республика һәүәҫкәр театр коллективтарының фестиваль-марафоны Әбйәлил ерендә.

2019 йыл Рәсәй Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса Театр йылы тип иғлан ителде. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә театрға бағышланған саралар ойошторола, акциялар үтә. Театр йылы сәхнә оҫталары, сәнғәт кешеләре өсөн генә байрам түгел, ә театрға битараф булмағандар өсөн дә ҙур ваҡиға. Был фестивалдең төп бурысы —һәүәҫкәр театр сәнғәтен һаҡлау. Марафондың төп сағылышы милли рухтағы спектакль күрһәтеү һәм бер райондан икенсеһенә штандарт тапшырыу ине.

21 февралдә Өфөлә старт алған һәүәҫкәр театр коллективтарының республика фестиваль-марафоны Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Белорет, Учалы райондарында, Межгорье ҡалаһында үтте. Марафон 10 декабрҙә тамамланасаҡ. Йыл дауамында барған тамашаларҙа яңы исемдәр, таланттар үҫеп сығыр. Республиканың ойошма-предприятиелары, шулай уҡ халыҡ театрҙары сағыу тамаша менән халыҡ күңелен яуларына ышаныс ҙур.

2017 йыл район мәҙәниәт һарайы һәүәҫкәр артистары тарафынан Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы премьераһы халыҡҡа күрһәтелеп, классик әҫәрҙе урын еренә еткереп уйнаусылар халыҡ күңелен яулағайны. 13 мартта Бөрйән районының Яңы Усман ауылында марафонды ҡабул итеү сараһында ҙур яуаплылыҡ тотоп «Ҡоҙаса» яңы һулыш менән йәнә тамашасыға тәҡдим ителде. Һәр артистың ролгә оҫта кереп, сәхнәлә йөҙөп йөрөп уйнауы халыҡты әсир итте һәм бөрйәндәр көслө алҡыштар менән әбйәлилдәрҙе сәхнә түрендә тотто. Ябай театр коллективының оҫталығына күренекле драматург Наил Ғәйетбаев та юғары баһа бирә. Вәхит Камаловтың (Яппар), Флүрә Рәхмәтуллина (Мәхмүзә), Фәриҙә Уйылданова (Шәмсиә), Хәйҙәр Әхтәмов (мулла), Заһит Ғәбитов (Басир), Раян Нафиҡов (Ильяс), Регина Сафина (Наза) ролгә инеүе һәм комедияның режиссеры Резеда Юлдашеваның тырыш хеҙмәт емеше уңышҡа килтерә лә инде. «Йәшлек» халыҡ бейеү коллективы бейеүселәре лә спектаклде ҡуйыуға үҙ өлөшөн индерә. Шулай итеп, беҙҙекеләр лауреат исемен яулап, бөрйәндәрҙән штандарт алып ҡайта.

Фестиваль штандартын алырға килгән баймаҡтарҙы Йәштәр йортоноң фойеһында район оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе, Радмир Солтанбаев етәкселегендәге «Миләш» фольклор ансамбле күңелле таҡмаҡтары, йыр-бейеү менән ҡаршыланы.

Хөрмәтле ҡунаҡтар — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, Баймаҡ районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншина, мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады художество етәксеһе Ләйсән Солтанғолова булды. Ут күршеләргә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин республика эстафетаһы штандартын тапшырҙы.

Театр йылы халҡыбыҙ мәҙәниәтен үҫтерер, ҡанатландырыр һәм күңелдәрҙә милли рух тәрбиәләр. Эстафета баймаҡтар ҡулында. Ҡунаҡтар ҙа беҙгә рухи күстәнәс менән килгән. Иҫке Сибай мәҙәниәт һарайының «Ялҡын» халыҡ театры үҙешмәкәр артистары Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса «Ярангөл» (режиссеры — Миңнур Һунаршина) спектаклен күрһәтте. Ысынбарлыҡты һүрәтләгән спектакль тамашасыны уйланырға, хисләнергә, кемделер үҙ тормошон күҙ алдынан үткәреп үрһәләнергә, тәьҫирләнергә, күҙ йәштәренә быуылырға мәжбүр итте. Өләсәй-әсәйҙәребеҙ яратып үҫтергән ярангөлдөң мәртәбәһе бала саҡ хәтирәһе булып донъяуи ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләргә, тыуған нигеҙҙең ҡәҙерен белергә, туғандарға үҙ-ара татыу булырға өндәне. Халыҡтың аяғүрә баҫып «Ялҡын»дарҙың есеменә тап килгән ялҡынлы, киң мәғәнәле спектакленә көслө ауаз белдереп ҡул сабыуы, бигерәк тә 10-сы класс уҡыусыһы Ғайсар Рәхмәтуллиндың (Баян) үҙ роленә мөкиббән бирелеп уйнауы, тамашаның бәйәһен күрһәтте. Тәнзилә Ҡалмырҙина «Ялҡын» халыҡ театрын (етәксеһе Миңнур Һунаршина) диплом менән бүләкләне, ижади үрҙәр теләне.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Читайте нас: