Бала саҡтан кем генә актер булырға хыялланмай икән? Тик һирәктәргә генә профессиональ сәхнәгә сығыу бәхете эләгә. Сәхнәгә ғашиҡ булып та, әртис һөнәрен һайларға батырсылыҡ итмәгәндәр, йә иһә яҙмыш ҡушыуы буйынса икенсе юл менән китергә мәжбүр булғандар, ғүмере буйы күңелдәрендә сәхнәгә һөйөүҙе һаҡлап, күңел түрендә быҫҡып ҡына янған өмөт йөрөтә. Шундай ғашиҡ йәндәрҙе «Йәйғор» халыҡ театры үҙенә туплаған.
Уҙған аҙнала үҙәк район китапханаһында «Йәйғор» балҡый Әбйәлил күгендә» исемле сара үтте. Илле йылға яҡын тарихы булған театрҙың режиссерҙары, һәүәҫкәр әртистәре һәм уларҙың тоғро тамашасылары саҡырылды был кисәгә.
1970 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма апай Солтанова етәкселегендә район мәҙәниәт йортонда театр түңәрәге ойошторола. Ул йылдарҙа Ибраһим Абдуллиндың «Талъян гармун», «Йәшел эшләпә», «Ул ҡайтты», «Төштәр оҙон булмай», Юныс Әминевтың «Яҙылмаған закондар», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Йәштәр алдашмайҙар», Туфан Миңнуллиндың «Бүре малайы» һ.б. пьесалары сәхнәгә сығарыла.
1991 – 1994 йылдарҙа был театрҙың етәксеһе Ф. Х. Аратурова була. Уның етәкселегендә 1991 йылда театр коллективы «халыҡ» исемен яулай. Ошо йылдағы хеҙмәт юлы, һәүәҫкәр әртистәре, ҡыҙыҡлы хәлдәре тураһында Фәрзәнә Хәсән ҡыҙы үҙе һөйләп үтте.
«Йәйғор» театры коллективы «Театр яҙы — 1996» ла һәм артабан өс йыл һайын үткәрелгән «Алтын тирмә» фестивалендә «халыҡ» театры исемен иҫбатлап тора. 2001-2002 йылдарҙа халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр», Айһылыу Йәғәфәрованың «Ҡыпсаҡ ҡыҙы»н сәхнәгә сығара. Ул йылдарҙа театр менән етәкселек иткән Роза Ғарипова ла үҙенең хәтирәләре менән бүлеште.
Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарған Фәүҡинур Фәтхуллина, Нуриҙә Илһамова сәхнә әҫәрҙәренә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Иң әүҙем тамашасыларҙың береһе булған Шәүрә Камалова театр үҫешенә байҡау яһаһа, Хәҙис Ниғмәтуллин, Марат Фәттәхов, Мансур Баһаув, Ризана Мәжитова иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
2003 йылдан алып «Йәйғор» театр коллективын Илүзә Шәйәхмәтова етәкләй. Халыҡ театрының һәүәҫкәр әртистәре район һәм мәҙәни-ял үҙәге тарафынан үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө көндә коллектив һәләтле, дәртле, үҙ ролен яҡшы белгән әртистәрҙән тора. Улар араһында йәштәр булыуы ҡыуаныслы.
Килгән ҡунаҡтарҙы Илүзә Шәйәхмәтова, Мәрғүбә Оморҙаҡова, Марат Фәттәхов һәм Гөлнур Носратова Назар Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» әҫәренән өҙөк күрһәтеп ҡыуандырҙы.
Йәнле аралашыуҙар, хәтирәләр кисәһен китапхана хеҙмәткәрҙәре Лилиә Дәүләткирәева, Алһыу Хоҙайбиргәнова, Мөнирә Уйылданова алып барҙы.