+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март 2019, 11:41

Мәҙәниәтселәр өсөн байрам

Йәштәр йортонда райондың мәҙәниәт тармағында эшләгәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Халыҡтың рухи-мәҙәни кимәлен үҫтереү, бөтә байрам-сараларҙы юғары кимәлдә үткәреү менән мәшғүл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Йәштәр йортонда райондың мәҙәниәт тармағында эшләгәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин һөнәри байрам уңайынан изге теләктәр юлланы һәм уҙған йылда мәҙәниәтселәр тарафынан башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны.

— Йыл дауамында мәҙәниәт учреждениелары, китапханалар, музей бөтәһе 22470 сара уҙғарҙы, уларҙа 740 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Район үҙәгендә учреждение-ойошмалар коллективтары араһында «Атайсал» халыҡ ижады фестивале шаулап-гөрләп үтте. Район кимәлендәге сараларҙы ауыл биләмәләрендә ойоштороу башланғысы бик уңышлы килеп сыҡты. Амангилделә «Әйтер һүҙем...» шиғыр һөйләүселәр район конкурсын, Ишҡолда ижади ғаиләләр бәйгеһен, Буранғолда гармунсылар, Ҡырҙаста мөнәжәтселәр, ҡурайсылар, Красная Башкирияла вокал конкурстарын уңышлы үткәрҙек. Байымда «Ҡыҙыл йәйләүе» республика ауыҙ-тел ижады бәйгеһе, Буранғолда Әхтәм Әбүшахманов исемендәге призға һәүәҫкәр театрҙар фестивале юғары кимәлдә уҙҙы, — тип байҡау яһаны Ирек Әғзәп улы.

Райондың мәҙәниәт тармағын матди-техник яҡтан нығытыу маҡсатында федераль, республика һәм район бюджетынан бөтәһе 8 миллион 130 мең һум аҡса бүленгән. Тупаҡ клубында ремонт эшлән-гән, Һәйетҡол, Тал Ҡусҡары, Гусевта тәҙрәләр алыштырылған, Михайловка клубының методик кабинетында иҙән яңыртылған, Күсем мәҙәниәт усағына капиталь ремонт яһалған. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты аша Ҡужан клубы, Красная Башкирия балалар сәнғәт мәктәбе капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асҡан.

— Быйылғы Театр йылында «Шаңдау» фестивале старт алды. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларында театр коллективтарының смотр-фестиваленә әҙерлек бара, — тине бүлек начальнигы. — Барығыҙға ла еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ижади ҡомар, ғаилә именлеге теләйем.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов ҡотлау телмәрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең район халҡының буш ваҡытын ойоштороп, төрлө кимәлдәге сараларҙы матур, йөкмәткеле итеп уҙғарыуынан тыш, республика, ил буйынса Әбйәлил данын яҡлауҙарын билдәләне.

— Мәҙәни саралар ойоштороуҙоң ауыр хеҙмәт икәнен шунда ҡайнап йөрөгәндәр генә белә. Беҙҙең район мәҙәниәтселәре милли традицияларҙы үҫтереүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүлә, — тине район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Вил Илһамов. — Ауыл тормошон йәнләндереү, клубтың тынғыһыҙ эше өҫтөнә урындарҙа йәмәғәт бурыстарын да намыҫ менән үтәйҙәр, төрлө ойошмаларҙы етәкләйҙәр.

Вил Әсғәт улы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән интернет-конкурста үҙенең ғаиләһе хаҡында видеояҙмаһы менән иң күп тауыш йыйған Туйыштан Сәйетғәлиндарҙы билдәләне һәм ғаилә башлығы Марс Мөҙәрис улын Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһын етәкләүсе Заһит Ғәбитов коллегаларына байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткерҙе һәм грамоталар тапшырҙы.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рамил Фәтхуллин мәҙәниәтселәрҙең спортта ла һынатмауын белдерҙе. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған Ирек Мусин, Заһит Ғәбитов, Әлиә Ҡасимова РФ Спорт министрлығының алтын билдәләренә, Гөлсинә Фәттәхова — көмөш, Әҡлимә Рәжәпова менән Әлфиә Заһиҙуллина бронза билдәләренә лайыҡ булды.

Иң-иң сағыу номерҙарҙан торған байрам концерты төрлө жанрҙағы театраль сығыштар менән аралаштырылды. Мәҙә-ниәт хеҙмәткәренең бер эш көнөн сағылдырған матур тамаша бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: