-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 12:23

Үҙебеҙҙең яҙыусылар менән осрашыу

Буранғол ауыл китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан әҙәби кисә үтте.

Буранғол ауыл китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан әҙәби кисә үтте. Урындағы мәктәптең 8-се класс уҡыусылары үҙебеҙҙең ерлектә йәшәп, ижад иткән яҙыусы-шағирәләр, «Йәйғор» әҙәби берекмәһе ағзалары Мәрйәм Сәлмәнова, Фәрзәнә Дәүләтшина, Мәҙинә Йәғәфәрова менән осрашты.

Уҡыусылар тәүҙә «Илһам алып тыуған еренән» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе менән танышты, шағи-рәләрҙең ижадына байҡау яһаны. Балалар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, аралашыу, ижадсылар менән таныштырыу, шиғыр-хикәйәләр уҡыу, киләсәктә һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр тыңлауға ҡоролған кисәлә ваҡыт һиҙелмәй үтеп тә китте. Осрашыуҙан яҙыусылар ҙа, балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Сараның икенсе өлөшөндә бергәләп Буранғол кейеҙ йортона экскурсия ҡылдыҡ. Директор Зөлфирә Махийәнова кейеҙ баҫыу нескәлектәре хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләп, ижадсыларға уҡыусылар кейеҙҙән эшләгән сәскәләрҙе бүләк итте.

Мәктәп уҡыусыларын әҙәби кисәгә әҙерләгән, уны үткәреүҙә ярҙам иткән класс етәксеһе Нурсилә Мөхәмәтоваға ла эшендә уңыштар теләгем килә.

Миңзәлә ХӘЙРУЛЛИНА,

китапханасы.


Читайте нас: