+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2019, 12:11

Йәнә яҙ, йәнә «Гүзәлкәй»...

Кескәй йондоҙсоҡтар балҡытыусы «Гүзәлкәй» район бәйгеһенең 12-се миҙгелендә мәктәпкәсә йәштәге 11 ҡыҙ ҡатнашты.

Кескәй йондоҙсоҡтар балҡытыусы «Гүзәлкәй» район бәйгеһенең 12-се миҙгелендә мәктәпкәсә йәштәге 11 ҡыҙ ҡатнашты. Бәйгегә бер аҙналыҡ әҙерләнеү дәрестәрендә 5-6 йәшлек зирәктәр һүҙ оҫталығы, башҡорт бейеүе, шейпинг, дефиле, ижади һәләттәрҙе үҫтереү буйынса был өлкәләрҙә белгес булған өлкән апайҙарынан тәүге матурлыҡ һабаҡтарын алды. Ҡыҙ остоҡтары өсөн фотосессия ла ойошторолдо, бәйгеселәр мәж килеп репетицияларҙа ҡайнаған арала район мәҙәниәт йортоноң «Бәйләнештә» сайтында төркөмөндә «Интернет гүзәлкәйе»н билдәләү буйынса тауыш биреү бик ҡомарлы барҙы. Һәм, ниһайәт, гүзәлкәйҙәр балы уҙа торған көн дә етте.

Сәғәт телдәре киске етене һуғыуын, тамашасылар йыйылыуын бәйгеселәр көтөп алды. Матур-матур күлдәктәрен кейеп сәхнәгә сығырға, әкиәти тамашала ҡатнашырға, гүзәллектә, талантлылыҡта ярышырға барыһы ла әҙер ине инде.

Гүзәлкәйҙәр балы бер тында үтте. Сәхнәгә башынан аҙағынаса балалар хужа булды. Сараны дәртле, ҡыҙыҡлы итеп бынан алдағы йылдарҙа үҙҙәре «Гүзәлкәй» тажы өсөн көрәшкән һылыуҙар — Яңы Һамар ауылынан Әлиә Мөхөтдинова, Салауаттан Карина Ғәйфуллина һәм Асҡарҙан Әлиә Фәтхуллина алып барҙы. Байрам концертын да балалар биҙәне — танылыу яулаған «Алтынай», «Йондоҙ», «Сорнай», «Фэнтэзи» бейеү ансамблдәре, хип-хопсылар, яңғыҙ йыр башҡарыусылар сығыш яһаны. Ә өлкәндәр ошо илаһилыҡҡа тамаша ҡылды, устары әсеткәнсе ҡул сапты, кескәй бәйгеселәр өсөн ысын күңелдән янып-көйҙө.

Бәйгелә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, тупылдатып һөйгө генә килеп торған береһенән-береһе сибәр һылыуҙар — Ҡушыйҙан Юлиә Мәзитова, Йәнгелдән Айлина Ғайсина, Ҡырҙастан Гөллирә Кирамова, Исхаҡтан Алтынай Фәттәхова, Дәүләттән Алтынай Ишморатова, Йәлембәттән Наҙгөл Шәрәфетдинова, Тупаҡтан Нәркәс Алтынбаева, Асҡарҙан Нәзилә Ғәлиуллина, Гүзәлиә Хоҙайбиргәнова, Аделина Ғайсина, Арина Иҫәнбулатова һынау тотто. Зал шығырым тулы тамашасылар алдында һис баҙап ҡалмай, үҙҙәрен әртистәрсә ышаныслы тотто бәләкәстәр. Башҡорт көйөнә берсә аҡҡоштай йөҙгән, берсә осоноп өйөрөлгән, көйгә тура килтереп тырышып тыпырлаған һылыуҙар бәйгенең уғата ҡыҙыу буласағына, еңеүгә дәғүәселәрҙең күплегенә ишараланы. Беренсе һынау «Мода. Йәй–2019» тип нарыҡланды. Кескәй ҡупшыҡайҙар подиумда килешле атлап, буй-һындарын, модалы өҫ кейемдәрен генә күрһәтеп ҡалманы, ә бер юлы үҙҙәре менән дә таныштырып үтте, киләсәккә яҡты хыялдары менән бүлеште. Жюри мода күрһәткәндән тыш, һүҙ оҫталығы өсөн дә айырым баһа ҡуйҙы. Шейпинг тип аталған бәйгелә ҡыҙҙар һығылмалылыҡта ярышты, төрлө гимнастик трюктар күрһәтте, үҙҙәренең сәләмәт ырыу нәҫелен дауам итеүселәр булыуын спорт бейеүе аша дәлилләне. Ижади конкурста гүзәлкәйҙәр йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Бер кемде лә айырып әйтке килмәй, һәр бала был һынауҙы бөтә күңелен, оҫталығын һалып лайыҡлы үтте. Йола буйынса бәйгене күҙ ҡамаштырғыс тамаша дефиле — гүзәлкәйҙәр парады йомғаҡланы.

Иң ауыры жюри өлөшөнә төштө. «Бәйге булғас, уның талабы буйынса, төп еңеүсеһе, призлы урындар яулаусылары була. Ә ысынында кескәй йондоҙсоҡтарҙың сәхнәгә сығырға баҙнат итеүе, илһамланып сығыш яһауы үҙе үк ҙур еңеү», — тине абруйлы жюри ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙаған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Мәүлиә Сафиуллина. Баһалама комиссияһы составында РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Тайыпова, Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, хореограф Ләлә Йәнекәева, «Абзелил» гәзите хәбәрсеһе Таңсулпан Йомағужина, «Экстрим» туристик базаһы администраторы Регина Әхтәмова эшләне.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Нәзилә Ғәлиуллина «Иң һөймә-лекле», Нәркәс Алтынбаева «Иң һөйкөмлө», Арина Иҫәнбулатова «Иң мөләйем» номинацияларында бүләкләнде. Өсөнсө урын Юлиә Мәзитова, Айлина Ғайсина һәм Гүзәлиә Хоҙайбиргәноваға бирелде. Алтынай Фәттәхова, Аделина Ғайсина — икенсе, Наҙгөл Шәрәфетдинова беренсе урында билдәләнде. Алтынай Ишморатова тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булды, уға «Тамашасы һөйөүе» таҫмаһы ла тағылды. Ә гран-прины Гөллирә Кирамова яуланы. Гүзәлкәй тажын «Гүзәлкәй–2018» район бәйгеһе еңеүсеһе Ҡушый ҡыҙы Эвелина Әлибаева кейҙерҙе. Әйткәндәй, Гөллирә «Интернет гүзәлкәйе» конкурсында ла, иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булды. Район мәҙәниәт йорто төркөмө администраторҙары Фәрит Ихсанов һәм Заһит Ғәбитовтың ҡарары менән бөтә бәйгеселәргә лә иҫтәлеккә үҙҙәренең фотопортреттары бүләк ителде. Ҡыҙҙарҙы иң ҡыуандырғаны уйынсыҡтар — ҡурсаҡтар, ҡурсаҡтар өсөн өйҙәр булғандыр. Бынан тыш, бүләккә «Экстрим» турбазаһында ял итеүгә сертификаттар, бассейнға абонементтар бирелде. Бәйгене мөғжи-зәле байрамға әүелдереүсе бағымсылар булып район мәҙәни-ял үҙәге, «Экстрим» турбазаһы (Л. Х. Әхтәмов), «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы (Т. С. Сәйфуллин), «Меридиан» ЯСЙ-һы (А. Р. Мөхәмәтйәнов) сығыш яһаны.

Әкиәти тамаша тамам. Район мәҙәни-ял үҙәгенең методик үҙәк директоры Г. Р. Шәйәхмәтова етәкләгән гүзәлкәйҙәр мәктәбе әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе булған тағы бер төркөм ҡыҙсыҡтарға илһам ҡанаттары ҡуйҙы. Хореограф Йәзилә Тайыпова биргән бейеү оҫталығы һабаҡтары ла эҙһеҙ ҡалмаҫ. Был ҡыҙҙарҙы киләсәктә тағы ла күп тапҡырҙар сәхнә түрендә күрәсәгебеҙгә өмөтөм ышаныслы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: