+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2019, 18:03

Гармун бәйгеһендә лә һынатмай яҡташтар

Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун» Х гармун байрамы уҙҙы.

Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун» Х гармун байрамы уҙҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур мәҙәни сарала Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Удмурт Республикаларынан, Ханты-Манси округынан, Ырымбур өлкәһенән, Перм крайынан 300-ҙән ашыу гармун оҫтаһы ҡатнашты. Сараның тәүге көнөндә һәүәҫкәр музыканттар ҡала урамдарын гармун моңдарына сорнап парад менән үтте. Икенсе көндә улар сәхнәлә, жюри алдында сығыш яһаны. Ә инде байрам һуңынан тамашасылар һоҡланғыс гала-концертҡа шаһит булды.
Өфөлә эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ, Ишкилде ауылы егете, шәп гармунсы Таһир Алсынбай улы Шаһивәлиев был конкурс-фестивалдең Гран-приһын яуланы һәм БР Мәҙәниәт министрлығының дипломына лайыҡ булды.
Читайте нас: