-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2019, 11:51

Сәхнәлә сәнғәт мәктәбе уҡыусылары

Асҡар сәнғәт мәктәбенең ағымдағы уҡыу йылын йомғаҡлаусы отчет концерты Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

Асҡар сәнғәт мәктәбенең ағымдағы уҡыу йылын йомғаҡлаусы отчет концерты Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

Был тема концерттың башынан аҙағынаса сығыштарҙа сағылыш тапты. Хор булһынмы, инструменталь ансамблдәрме, хореографик композициямы — классик сәнғәт өлгөләре, донъяға билдәле композиторҙар әҫәрҙәре, заманса ритмдар араһында башҡорт халыҡ ижады ла мөһим урын биләне. Концертты хор башҡарыуындағы «Сыңрау торна» йыры асты, халыҡ инструменттары оркестры «Киленсәк» көйө менән дауам итте.— 2018–2019 уҡыу йылы сәнғәт мәктәбе өсөн ижади ҡаҙаныштарға бай йыл булды. 465 уҡыусы 16 йүнәлеш буйынса белем алды. 200-ҙән ашыу йәш талантыбыҙ төрлө кимәлдәге 30 конкурста ҡатнашты, 154 уҡыусы һәм коллектив лауреат һәм дипломант булды, — тип мәктәп директоры Г. Ә. Нияҙғолова еңеү килтергән иң сағыу сығыштарҙы барланы. Һәләтле балалар етди конкурстарҙа – Өфөлә үткән «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй арт-проектында, Магнитогорскиҙағы «Зажигай!» Бөтә Рәсәй фестивалендә, «Бах яҙы» халыҡ-ара бәйгеһендә, «Тула гармуны» I Бөтә Рәсәй конкурсында, төбәк-ара һынлы һәм ҡулланма сәнғәт олимпиадаһында, башҡорт халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙың «Аманат» республика бәйгеһендә уңыш ҡаҙанған. Гүзәл Әсләм ҡыҙы уҡытыусыларҙың һәр баланың һәләтен асыуға һалған хеҙмәтен дә юғары баһаланы.

Йыл һайын уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы уҡыусылар, төрлө конкурстарҙа еңеү яулаусылар сәнғәт мәктәбенең стипендияһына тәҡдим ителә. Быйыл Илзидә Шәйәхмәтова (домра, 5-се класс), Ләйлә Ишбаева (фортепиано, 7-се класс), Искәндәр Алламоратов (ҡурай, 4-се класс), Илмира Зәйнуллина (һынлы сәнғәт, 5-се класс) стипендиат исеменә лайыҡ булды.

Отчет концерты булғас, бөтә бүлектәр ҙә иң яҡшы, еңеүле сығыштарын тамашасылар, ата-әсәләр хөкөмөнә сығарҙы. «Тамъян» өлгөлө ҡурайсылар, скрипкасылар, ҡыл-ҡумыҙсылар, фольклор, «Өс таған» гармунсылар ансамблдәре залды сихри моңға ҡойондорҙо. Искәндәр Алламоратов ҡурайҙа, Аслан Заһитов баянда яңғыҙ сығыштарын бүләк итте. Баянсылар Эмиль Аблаев һәм Раушания Нурғәлина, домрасылар Илзидә Шәйәхмәтова һәм Руфина Хафизова, домра һәм фортепианола Зарема һәм Камила Заһиҙуллиналар сәхнәгә дуэт менән сыҡты. Скрипка һәм фортепианола ҡатнаш триолар — Камилла Ишбаева, Әлиә Мөхөтдинова, Гөлдәр Нуралиева, Алһыу Рәхимова, Дания Раянова һәм Камила Ғилманованың сығышы бер тигеҙ, аһәңле яңғыраны. Малайҙар вокал ансамбле, яңғыҙ йырсыларҙан Айгиз Моталов, Ләйлә Ишбаева моңло тауыштары менән арбаны. Ниндәй концерт дәртле бейеүҙәрһеҙ үтһен? Асҡар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге халыҡ һәм эстрада бейеүҙәре йүнәлештәрендә эш алып бара. Уларҙың иҫ киткес талантлы сығыштары һоҡландырҙы. «Йондоҙ» өлгөлө бейеү ансамбле башҡорт, татар халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы, эстрада бейеүҙәре менән шөғөлләнеүселәрҙең хип-хоп, матростар, ковбойҙар бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Изге урын буш тормай, тиҙәр халыҡта. Моң Мәккәһе булған сәнғәт мәктәбендә музыка, хореография серҙәрен эстәп берәүҙәр тамамлай, уларҙың урынына бәләкәйҙәр килә. Әйткәндәй, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр өсөн иртә эстетик тәрбиә биреү төркөмө лә эшләй мәктәптә. Улар ҙа бер сәхнә булып теҙелеп сығып матур йыр башҡарҙы. Киләсәктә улар араһынан шәп музыканттар, йырсы-бейеүселәр үҫеп сыҡмаҫ тимә...

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: