Сәнғәткә хеҙмәт иткән сәхнә кешеләре спортта ла «мах» бирмәүҙәрен иҫбатланы. Әбйәлилдә Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең VI спартакиадаһы уҙҙы.
Спартакиада «Экстрим» спорт-туристик фирмаһы базаһында үтте. Ярышта Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондары һәм Сибай, Учалы ҡалалары командалары көс һынашты.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин коллегаларын сәләмләп, сәмле старттар, күңелле уҙыштар теләне, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәләмәт тормош яҡлы, тип дәртләндерҙе. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ турбазаның хужаһы Л. Х. Әхтәмов тәбрикләне.
Ҡатнашыу — үҙе үк еңеү, тигән ҡанатлы һүҙҙәр яңғыраһа ла, спортта көслөләр билдәләнергә тейеш. Бер нисә төр ярышты үҙ эсенә алған спартакиаданы уҙғарыу, баһалау был эштә махсуслашҡан белгестәргә ышанып тапшырылды. Балалар-үҫмерҙәр мәктәбе тренерҙары талапсан ойоштороусы булды, ғәҙел хөкөм дә сығарҙы.
Тән яҙҙырып алыуға күңелле старттар тап-тамам булды. Бында хәйбуллалар иң шәп тиҙлек күрһәтте, Учалы ҡалаһынан филармония артистары — икенсе, әбйәлилдәр өсөнсө һөҙөмтәгә иреште.
«Экстрим» турбазаһының төп аттракционы — арҡан паркынан үтеүе ҡатмарлы һәм бер аҙ хәүефле булһа ла, командалар бейеклектәге ҡаршылыҡтар һыҙатын ваҡытҡа уҙҙы. Бөрйәндәрҙең етеҙлегенә, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыулығына һоҡланмаған кеше ҡалманы. «Улар бит солоҡ балы артынан ағасҡа үрмәләргә, бейеклеккә күнеккән», — тип шаяртып та алды башҡа райондарҙан килгән коллегалары. Арҡан трассаһынан кәмендә бер тапҡыр үтеп ҡараған әбйәлилдәр икенселекте ҡулдан ысҡындырманы. Өсөнсө урында Учалы ҡалаһы командаһы билдәләнде.
«Аттракцион» эстафетаһы мәҙәниәтселәргә үҙҙәрен сумоист ролендә һынап ҡарау мөмкинлеген бирҙе. Өрөп тултырылған уҫлаптай сағыу костюмдарҙа ысын тамаша ҡорҙолар һәм ярыш сәме хаҡында ла онотманылар. Был күңелле ярышта әбйәлилдәр беренсе, Учалы ҡалаһы һәм районы командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Киләһе йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә уҡ атыуға, милли уйындарға ла иғтибар бүленде. Уҡ атыуҙа иң мәргәндәр үҙебеҙҙекеләр булды. Методик үҙәк белгесе Рөстәм Баһаув һәм Шәриптән клуб мөдире Лилиә Яныбаева башҡаларға ал бирмәне. Икенсе-өсөнсө урындарға йәнә лә Учалынан килгән ике команда сыҡты. Ғәййәрлекте күрһәтеүҙе маҡсат иткән «Дүрт мөйөш» уйынында, ярашлы рәүештә, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил райондары командалары призлы урындарҙы биләне.
Командалар спартакиадаға мәҙәниәт бүлеге начальниктары һәм профсоюз рәйестәре етәкселегендә килгәйне. Уларға көйәрмән булып, ярыштарҙы ситтән күҙәтергә тура килмәне, сәпкә атыуҙа ярыштылар. Иң мәргән атыусы булып Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова танылды. Ирек Мусин (Әбйәлил), 6 мәрәй йыйып, икенсе урын алды. Өсөнсө урынға Андрей Сухов (Йылайыр) сыҡты. Профсоюз ойошмалары етәкселәре араһында беҙҙең Заһит Ғәбитовҡа һәм Учалы районынан Рәйес Низаметдиновҡа тиңләшеүсе булманы. Нурзиә Яхина (Баймаҡ) — икенсе, Азалия Сәләхетдинова (Учалы ҡалаһы) менән Сажиҙә Ғәниева (Сибай) өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Спартакиада оҙон көн буйы дауам итте. Салт аяҙ, эҫе көндә ҡапыл Ҡырҡты яғынан болоттар ҡабарып, борсаҡ һәм ямғыр бешһә лә, асыҡ һауа аҫтында барған ярыштар өҙөлмәне, көн яманы мәҙәниәтселәрҙең дәртен һүрелтә алманы. Дөйөм йомғаҡтар буйынса әбйәлилдәр еңеүҙе бирмәне. Икенсе урында Учалы ҡалаһы, өсөнсөлә Хәйбулла командалары билдәләнде. Еңеүселәр һәм призерҙар спартакиада кубогына лайыҡ булды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Ярыш бөткәс, уйын-көлкөгә лә ваҡыт етте. Табын артындағы күңелле аралашыу, йыр-бейеүҙәр кискә тиклем тынманы.