-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Май 2019, 11:54

Атай-олатайҙан күскән шөғөл

Район мәҙәниәт һарайында һандыҡ яһау оҫталары йыйылды.

Район мәҙәниәт һарайында һандыҡ яһау оҫталары йыйылды. Башҡортостанда уҙасаҡ Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған «Һандыҡ-шоу» район-ара кимәлгә сыҡты, унда Әбйәлилдең танылған ағас оҫталары ғына түгел, Бөрйән, Белорет райондары уҙамандары семәрле һандыҡтары менән килеп төштө. Алдағы йылдағы конкурста еңеү яулаған, Ишкилденән Мансур Усманов, ағасты юнып әйберҙәр эшләүсе, Асҡарҙан Шәвкәт Кәримов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған жюри составына индерелде.

Күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре, мәрйен, сәйләндән теҙелгән сәскәләре, ҡорама юрғандары, түшелдерек, ҡашмауҙары, күпереп торған яҫтыҡтары, сигеү-бәйләмдәре һәм әлбиттә, ағастан яһалған һоҡланғыс әйберҙәре менән мәҙәниәт йортоноң фойеһын тултырған конкурсанттарҙы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов сәләмләне.

— «Һандыҡ-шоу» Әбйәлилдең бренды тиһәм дә яңылышмаҫмын, — тине Ирек Әғзәп улы. — Йәш киленде һандыҡ менән оҙатыу борондан һаҡлан-ған һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән матур йола, ул беҙҙең районда шартына килтереп үтәлә. Тимәк, һандыҡтарға һорау һәр ваҡыт буласаҡ. Ә оҫталарҙың шундай бай фантазияға эйә булыуы, ябай һандыҡҡа һәр төрлө орнамент, семәрҙәр һала белеүе тик маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Һандыҡсылар шөғөлө һүрелмәһен, йәштәр араһында ла популярлыҡ яулаһын өсөн үткәрелә ошондай саралар.

Ысынлап та, конкурсҡа килгән һандыҡсылар күбеһе атаһынан йә олатаһынан өйрәнеп ошо кәсепкә тотоноуы хаҡында белдерҙе. «Миңә лә нәҫел буйынса күскән был шөғөл, — ти Белорет районынан Сәйфулла Ғайсин. — Олатайым гел һандыҡтар эшләне, уның эргәһенән китешмәй, үҙем дә өйрәнеп алдым. Бөгөнгө конкурсҡа алып килгән һандығымды килен оҙатыу өсөн, туй бүләге тип пар аҡҡоштар һынландырып яһаным. Киләсәктә мәсет һүрәте төшөрөп ҡарарға уй бар».

Бөрйән районы вәкиле 35 йәшлек Данияр Псәнчин дә һандыҡ эшләү беҙҙең ғаилә шөғөлө тип белдерҙе. «2010 йылда тәүге тапҡыр һандыҡ яһаным, атайым бик оҫта минең, — ти ул. — Эшемдә ҡайын, имән, ҡарағай ағастарын ҡулланам. Ҡыҙыҡ күреп һандыҡты бикләргә ағастан йоҙаҡ та, сылбыр ҙа эшләнем».

Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүсе 13 йәшлек Эльвина Әхмәтйәнова (һүрәттә) ағасҡа һүрәт төшөрөүҙе үҙ итә. Ижади күңелле ҡыҙ конкурсҡа гуашь менән башҡорт биҙәктәре, емеш-еләктәр төшөргән йәтеш кенә һандыҡ килтергән. Ишбулды мәктәбе уҡыусыларының ҡул эштәре күргәҙмәлә айырым урын биләне. Илсиә Ҡасимованың шәхси музейынан килтерелгән экспонат нисәмә быуын тарих һаҡлай — ул 1915 йылда эшләнгән! Амангилделә йәшәүсе ағас оҫтаһы Рәфис Абдуллиндың һандыҡтары сағыулығы, уңайлылығы менән күңелде арбай. Северный ауылы вәкилдәре килтергән немец саквояжы ла тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

Береһенән-береһе шәп 16 конкурсант араһында еңеүсене билдәләүе анһат булманы жюриға. Байтаҡ кәңәшләшкәндән һуң «Һандыҡ-шоу»ҙың Гран-приһын Бөрйән районынан Данияр Псәнчинға бирергә тип хәл ителде. Беренсе урынды Красная Башкириянан Өлфәт Хәлисов, икенсене Белореттан Сәйфулла Ғайсин һәм Салауаттан Рәүф Аҡсурин алды.

— Еңеүселәрҙән тыш, Асҡарҙан Эльвина Әхмәтйәнова — «Иң йәш ҡатнашыусы», Дәүләттән Ғаяз Намаҙбаев — «Ҡул аҫтындағы материалдарҙан яһалған һандыҡ», Ишбулдынан Сабит Хәлисов — «Декоратив һандыҡ», Амангилденән Рәфис Абдуллин — «Йәрминкә һандығы», Хәмиттән Илсиә Ҡасимова — «Иң боронғо һандыҡ», Иҙәштән Роза Хажиәхмәтова «Тарихи һандыҡ» номинацияларында билдәләнде, — ти методик үҙәк белгесе Рөстәм Баһаув. — Ҡалған конкурсанттар ҡатнашҡан өсөн дипломдарға лайыҡ булды.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: