-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2019, 11:59

«Беренсе республика»ны ҡарағас...

Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы төшөрөлөп, баш ҡала кинотеатрҙарында ҙур аншлагтар менән үтте.

Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы төшөрөлөп, баш ҡала кинотеатрҙарында ҙур аншлагтар менән күрһәтелгән йыл премьераһы — «Беренсе республика» фильмын Асҡар тамашасыһы ла ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Бары бер көнгә — 14 майҙа «Башҡортостан» киностудияһы был фильмды Әбйәлилгә алып килде.

Быға тиклем китаптар аша таныш булған, ижад иткән, гөрләп-дөрләп эшләгән йылдары республикабыҙ ойошторолған осорға тура килгән алдынғы ҡарашлы әҙиптәрҙең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең аяныслы яҙмышы, нахаҡҡа «халыҡ дошманы» тип ғәйепләнеүе, хатта иң ҡаты яза — атып үлтереүгә дусар ителеүҙәре хаҡында белмәйбеҙ түгел, беләбеҙ. Әммә фильм уҙған дәүерҙең әсе хәҡиҡәтен тәрәндән кисертеп, йөрәктәрҙе өшөттө, йәнде тетрәндерҙе, күңелдәрҙе илатты. Кино жанрының тәьҫир көсөн, сценарийҙың йөкмәткелелеге, уңышлы режиссураһы тағы ла көсәйтте.Тарихи-нәфис фильмдың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса түгел, хатта оҙон тәбәрәккә төшһәм дә, һөйләп оҡшата алмаясаҡмын. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып ҡарағыҙ. Үкенмәҫһегеҙ. Ул башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары хаҡында һөйләй. Вәлиулла Мортазин-Иманский, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Мәкәрим Мәһәҙиев, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйтүнә Бикбулатова, Ҡасим Аҙнабаев, Нинель Юлтыева — барыһы ла бер кинокартинала оҫта сағылдырылған.

Фильм башынан бөтә иғтибарҙы үҙенә көйләне. Яҡты маҡсаттар менән яныусы, хеҙмәттәрен халыҡ мәнфәғәтенә фиҙа ҡылыусы йәш кенә ул-ҡыҙҙарҙы күреп, республика тарихының беренсе биттәрен бына ниндәй шәхестәр яҙған тип һоҡланып, күңел тантана итте. Лейтмотив булып яңғыраған Мөслим Марат һүҙҙәренә яҙылған Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Сайҡалалар кәмәләр» йыры картинаны тулыландырып ҡына ҡалманы, моң тулҡындарында тамашасыларҙы ла тирбәтте. Арҙаҡлы шәхестәрҙең һәр береһенең характеры, булмышы айырым сәхнәләрҙә оҫта сағылдырылды һәм былар йылдар, иҫтәлекле ваҡиғалар менән бергә үрелде. Театрҙың башҡорт труппаһы ойошторолоуы, актерҙар әҙерләүсе сәнғәт училищеһы асылыуы, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың опера театрын булдырыу ниәтен бойомға ашырыуҙа тәүге аҙымдар яһап, ауылдарҙан йыраусылар йыйыуы, уҡый-яҙа белмәгән йәш таланттарҙы Мәскәүгә консерваторияға алып килеүе, унда башҡорт бүлеген астырыуға өлгәшеүе кино эпизодтарында уңышлы һүрәтләнгән.

Бына ошондай күтәрелеш мәлендә республикабыҙ тормошонда репрессия тигән ҡәһәрле күренеш башлана. 1937 йыл рухи бөтөнлөк һәм һиллекте пыран-заран итеп, хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. Фильм геройҙарын да ҡулға алыуҙар башлана, күптәре үлем язаһына хөкөм ителә. Ҡот осҡос кадрҙар артында йәнә лә «Сайҡалар кәмәләр» йыры. Инде ул хәсрәтле, болоҡһоу, әрнеүле. Тамаҡҡа тығылған төйөрҙө күҙ йәштәре менән генә йыуырлыҡ түгел ине инде. Йыр менән ҡуша йөрәк һыҡтаны. Йәшәлмәгән йылдар, яҙылмай ҡалған әҫәрҙәр, уйналмаған ролдәр, йырланмаған йырҙар өсөн үкһене...

«Халыҡ дошмандары»ның ғаиләләренең көндәре лә көн булманы. Ҡатындары, балалары тәҡдиренә яҙылған күрәсәк еңелдән түгел ине. Лаф өрөп ваҡиғаларҙы ҡуйыртыуға өлөш индергән күпме аҫыл шәхестәрҙең башына еткән ошо ҡатмарлы осорҙоң ошаҡсылары, һүҙ ташыусылары нәфрәт уятты. Бөтә был хәл-ваҡиғалар һөргөнгә оҙатылып, мөғжизә менән иҫән ҡалған «Башҡортостан» гәзите мөхәррире Ҡасим Аҙнабаев исеменән тасуирланды.

Ролдәрҙе республика театрҙары актерҙары башҡара. Һәр береһе уйнаған образын асып биреүгә юғары оҫталыҡ һалған. Төп ролдәрҙең шаҡтай өлөшөн яҡташтарыбыҙ — Рәмзил Сәлмәнов (Д. Юлтый), Фәнил Толонғужин (Ғ. Амантай), Лилиә Исҡужина (Һ. Дәүләтшина) уйнауы беҙҙең өсөн уғата ғорурлыҡ. Шулай уҡ Зиләрә Юлтыева, Шәһитулла Хамматов, Нәғим Нурғәлиндар ҙа «Беренсе республика» фильмында сағыу образдар тыуҙырған.

Фильм тамамланғас, тамашасылар тиҙ генә таралырға ашыҡманы. Сценарий авторҙарының береһе булған Гөлсәсәк Саламатова менән осрашыу көтә ине. Ә ул, үҙ сиратында, тамаша ҡылыусылар рәтендәге Рәмзил Сәлмәновтың ата-әсәһен, Лилиә Исҡужинаның әсәһен аяғүрә баҫып күренеүҙәрен һораны. Әйткәндәй, Рәмзил үҙе лә Әбйәлилгә ҡайтҡан ине. Ул һүҙ алып, йәш быуынды бына ниндәй шәхестәрҙән үрнәк алып үҫергә, уларға тиңләшергә ынтылырға саҡырҙы. Тик яҙмыштарығыҙ уларҙыҡы кеүек фажиғәле булмаһын, тип теләне.

Күңелдә уйнаған хистәр өйөрмәһенән һаман айнып булмай әле. Һоҡланыу ҙа, ғорурлыҡ та, борсолоу-хафаланыуҙар ҙа, ҡурҡыу, нәфрәт, һағыш та — барыһы бергә ҡубып өйрөлөүен дауам итә. Ҡолаҡта «Сайҡалалар кәмәләр» йыры яңғырай. Үҙемде тәьҫораттар тотҡононда ҡалғандай хис итәм. Ауыр, әммә фәһемле, кәрәкле фильм. «Беренсе республика»ны төшөргән, архив документтарын өйрәнеп сценарийын яҙған, ролдәрҙе башҡарғандарҙың һәммәһенең хеҙмәте юғары наградаларға лайыҡлы тип уйлайым.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: