+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2019, 12:37

Еңеүҙәр яулап ҡайттылар

«Ғаиләм — минең ҡәлғәм» конкурсында Асҡар ауылынан Гөлназ һәм Заһит Ғәбитовтар ҡыҙҙары Эльвина менән гран-при яуланы.

БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарылған «Шәжәрә байрамы» II республика халыҡ байрамы 7–8 июндә Тәтешле районында үтте.

Йылдан-йыл байрамдың бәҫе, мәртәбәһе арта барып, ул үҙенә күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә. Нәҫел ептәрен барлап шәжәрә төҙөүгә өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да ихлас ылығыуы һөйөндөрә. Ҙур хеҙмәт һалына: архив материалдары, ғаилә фотоһүрәттәре тарихы өйрәнелә, ололарҙан мәғлүмәт туплана.

Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған быйылғы Шәжәрә байрамы Тәтешле еренә республиканың төрлө мөйөштәренән рухлы, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙер иткән туған йәнле, ижади ҡарашлы кешеләрҙе йыйҙы. Әбйәлилдәр ҙә оло саранан ситтә ҡалманы һәм еңеүҙәр яулап ҡайтты.

«Ғаиләм — минең ҡәлғәм» конкурсында Асҡар ауылынан Гөлназ һәм Заһит Ғәбитовтар ҡыҙҙары Эльвина менән гран-при яуланы. «Йәш килен» этноконкурсында Шәриптән Лилиә Яныбаева — беренсе урынға, шәжәрә төҙөү буйынса бәйгелә Күсемдән Фәнилә Билалова «Шәжәрә төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн» номинацияһына лайыҡ булды.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: