Әй буйҙарын моңло ауазға күмеп Мәсетле ерендә үткән ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙың VII Халыҡ-ара конкурсынан Дәүләт ауылының «Серҙәштәр» фольклор ансамбле мәртәбәле өсөнсө дәрәжәле диплом алып ҡайтты.
«Әй ауазы» конкурсы башҡорт ҡумыҙын донъяға танытҡан Роберт Заһретдинов һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдинов кеүек виртуоз ҡумыҙ оҫталарын тыуҙырған Мәсетле ерендә ойошторола. Бәйгенең географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Сираттағы етенсе тапҡыр уҙғарылған сара Башҡортостан сиктәренән сығып китеп, Алтай, Татарстан республикаларынан, Свердловск, Кемерово, Һамар өлкәләренән һәм Силәбе, Мәскәү ҡалаларынан 300-ҙән ашыу бәйгесене берләштерҙе.— Дәүләт мәҙәни-ял үҙәге янында «Серҙәштәр» фольклор ансамбле ойошторолоуына быйыл көҙ 10 йыл тула. Башта йыр-бейеүҙәр менән генә сығыш яһаһаҡ, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеүебеҙгә 2020 йылда уҙасаҡ Фольклориада сәбәпсе булды. 2017 йылда ошо ҙур сараға әҙерлекте башлап, район мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса Асҡарҙа донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы исеменә лайыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ошо көндәрҙә БР-ҙың халыҡ артисы исемен алған Миңлеғәфүр Зәйнетдинов мастер-класс үткәрҙе. Ансамблдән 7 апай менән оҫталыҡ дәрестәре үттек, ҡумыҙҙар һатып алдыҡ. Шунан һуң үҙ аллы шөғөлләнә башланыҡ. Ике тапҡыр район бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе һәм икенсе урындар яулауыбыҙ дәртләндереп ебәрҙе, ҙурыраҡ кимәлгә сығыу теләген уятты. Быйыл «Әй ауазы» конкурсында ҡатнашырға ниәтләнек. Халыҡ-ара кимәлдәге конкурсҡа әҙерлекһеҙ сығып китеп булмай. Февралдә М. Зәйнетдиновты шәхсән ҡунаҡҡа саҡырып, уның бай тәжрибәһенән фәһемле һабаҡ алдыҡ. Беҙҙең ансамблдә хаҡлы ялдағы апайҙар арыуыҡ. «Әй ауазы»на тиклем улар менән «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең район турын үтеп, Ейәнсурала төбәк этабында сығыш яһап ҡайттыҡ. Был үҙенә күрә генераль репетиция булды, сәхнә ҡурҡыуын баҫты, — тип һөйләй ансамблдең етәксеһе, Дәүләт мәҙәни-ял үҙәге директоры Н. З. Солтанова.
«Серҙәштәр»ҙең халыҡ-ара бәйгегә барыу теләген район мәҙәниәт бүлеге хуплап ҡабул итә. Милли музыка ҡоралдары буйынса белгестәр Рөстәм Баһаув, Илмира Мирхәйҙәрова, Азамат Итекәйевтың ярҙамы менән конкурс программаһын камиллаштыралар, юлға транспорт бүленә.
Конкурс 19–20 июндә үтә. Тәүге көндә Оло Ыҡтамаҡ мәҙәниәт йортонда сараны тантаналы асҡас, Ҡумыҙ музейына сәйәхәт ҡылалар, Роберт Заһретдиновтың ҡыҙы Айһылыу апай менән танышалар, төштән һуң конкурс әҫәрҙәре тыңлана. Сығыштарҙы Миңлеғәфүр Миңдеәхмәт улы етәкселегендәге абруйлы жюри — Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Элита Ейәнгирова, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара бәйгенең 2009 йылғы гран-при эйәһе Илһам Байбулдин, БР Ҡурайсылар союзы рәйесе, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2011 йылғы еңеүсе Артур Ғайсаров, РФ-ның һәм Алтай Республикаһының атҡаҙанған артисы, «ЮНЕСКО»ның махсус премияһы лауреаты Болот Байрышев баһалай.
«Серҙәштәр» ансамбле ҡумыҙҙа «Йәйәүле Мәхмүт» башҡорт халыҡ көйөнә импровизация, таҡмаҡтарға поппури һәм «Бөрлөгән» көйөн башҡара. Әйткәндәй, конкурстың балалар араһында яңғыҙ башҡарыусылар категорияһына Нәзифә Зәйнетдин ҡыҙы мәктәп уҡыусыһы Эльвина Йомағужинаны әҙерләп алып бара. Ул ҡатнашҡан өсөн диплом менән бүләкләнә.
Конкурсанттарҙы ике төркөмгә бүлеп Мәсетленең билдәле ҡумыҙсылар биргән ауылдарына алып баралар. Р. Заһретдиновтың йәнтөйәге булған Әзекәй ауылында бөйөк ҡумыҙсыға таҡтаташ асыла. Беҙҙең «Серҙәштәр» Миңлеғәфүр Миңдеәхмәт улы донъяға ауаз һалған Һөләймән ауылында була, уның тыуған йортон күрә, ауыл халҡы алдында сығыш яһай. «Бер бәләкәй генә ауыл республикаға 24 атҡаҙанған хеҙмәткәр биргән», — тип ғәжәпләнеп ҡайталар.
Сараның икенсе көнө лә ваҡиғаларға бай була. Жюри ағзалары үткәргән мастер-кластарҙың үҙҙәре өсөн файҙалы булыуын баһалай ансамбль апайҙары. Еңеүселәрҙе тәбрикләгәс, гала-концертта ҡатнашыусы иң-иңдәр иғлан ителә. Улар араһында III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған «Серҙәштәр» ҙә төп тамашаға үтә. Сараны ябыу тантанаһында БР мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡованың ҡатнашыуы халыҡ-ара конкурстың юғары мәртәбәһе, бәҫе тураһында һөйләй.