+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2019, 12:08

«Самрау-шоу»ҙан гран-при яулап, велосипед менеп

Билдәле сәнғәт йондоҙҙары менән бер сәхнәлә быйылғы «Балалар Байығы» фестивале еңеүселәре лә сығыш яһаны.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм Йәштәр көнөнә арнап баш ҡаланың «Ватан» этнопаркында «Самрау-шоу» тип аталған ҙур тамаша уҙҙы. Билдәле сәнғәт йондоҙҙары менән бер сәхнәлә быйылғы «Балалар Байығы» фестивале еңеүселәре лә сығыш яһаны.

«Балалар Байығы»ның һайлап алыу туры 4 июндә Баймаҡта уҙа. Йылдағыса Әбйәлилдең йәш таланттары мәртәбәле конкурста ҡатнашмай ҡалмай. Республиканың күренекле бейеү оҫталары һәм остаздары Риф Ғәбитов, Рәйес Низаметдинов, Рөстәм Хәйруллин, Гөлназ Әминева һәм «Байыҡ» проектының етәксеһе Рита Өмөтбаеваның профессиональ күҙлектән баһалауҙарын үткән иң-иңдәр генә баш ҡалала уҙасаҡ финалға саҡырыу ала. Улар араһында Асҡарҙан «Сорнай» бейеү студияһының егеттәр ансамбле һәм 5 йәшлек Нәргизә Зәйнетдинова билдәләнә.

Бейеү фестиваленең финалы «Самрау-шоу» проектына индерелеүе йәш таланттарҙан уғата ҙур тырышлыҡ һалыуҙарын талап итә. Иңдәрендә абруйлы ҡунаҡтар алдында сығыш яһау бурысы ята бит. Репетициялар ғына өс көн дауам итә. «Сорнай» бейеү студияһы етәкселәре Лилиә һәм Радик Хәлиловтар ата-әсәләрҙең фатихаһы менән ансамблдең өлкән төркөмөндә шөғөлләнеүсе ун үҫмерҙе Өфөгә алып килә.

Асыҡ һауа аҫтында барған киске тамашаны ҡоролтай делегаттары, меңәрләгән баш ҡала тамашасыһы менән бер ҡатарҙан республика халҡы ла БСТ һәм «Ҡурай» каналдарынан тура эфирҙа күҙәтте. «Урал егеттәре» бейеүе менән сәхнәлә осҡон сәсрәткән «Сорнай» егеттәре үткерлектәре менән дә айырылды, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһына интервью бирҙе. Ә иң ҡыуаныслыһы бейеү бәйгеһенең йомғаҡтары буйынса дүрт гран-приҙың береһен хаҡлы рәүештә улар яуланы һәм ноутбук менән бүләкләнде.

«Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Лилиә һәм Радик Хәлиловтар етәкләгән «Сорнай» студияһының ойошторолоуына ни бары өс йыл ғына әле. Ошо ваҡыт арауығында өс йәш төркөмө буйынса шөғөлләнеүсе балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, еңеүҙәр яуларға өлгөргән. «Балалар Байығы»нда былтыр тулы состав менән ҡатнашып лауреат булғандар, ике йыл рәттән Учалы ҡалаһында үткән «Яҙ һулышы» бәйәгеһендә гран-при, II урын яулағандар. Бейеү сәнғәте өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер ижади пар Т. Кусимов исемендәге гимназияла ла хореография түңәрәктәрен алып бара. Хәлиловтар етәкләгән «Сулпан» өлгөлө балалар ансамбле шулай уҡ «Балалар Байығы», «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» республика бәйгеләре еңеүсеһе. Лилиә Раил ҡыҙының «Аҡбуҙат» бейеү ансамбле лә танылыу яулап килә. Ә бөтә был ансамблдәр дәртле бейеүҙәре менән район кимәлендә үткән сараларҙы биҙәй.

«Сорнай» студияһы солисы 9 йәшлек Искәндәр Хәлилов өсөн «Балалар Байығы»ндағы гран-при — икенсеһе! Ул 2015 йылда яңғыҙ бейеүселәр номинацияһында гран-при яулағайны. Ояһында ни күрһә тигән әйтемдең аҫыл мәғәнәһе Хәлиловтарҙың ижади ғаиләһендә лә сағыла. Остазы — атаһы Радик Зиннур улы үҙе лә 2011 йылда «Байыҡ»та еңеүсе булды һәм быйыл төрлө йылдар гран-гри эйәләре менән бергә йәнә телефестивалдә ҡатнаша. Уға ла уңыштар теләйек.

Еңеүҙәр, әлбиттә, дәртләндерә, ҡанаттар ҡуя. «Сорнай» бейеүселәре лә өлгәшкәндәре менән генә риза булып ҡалмай, артабан ҙурыраҡ сәхнәләрҙе яуларға ниәттәр ҡора. «Төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашыу үҫешкә ҙур йоғонто яһай. Шуға күрә балаларҙы йылына кәм тигәндә ике-өс конкурсҡа алып йөрөргә тырышабыҙ. Ата-әсәләр ҙә ыңғай ҡарашта, юл һәм сәхнә костюмдары өсөн матди сығымдарҙы үҙ кеҫәләренән түләй. Әгәр ҙә район да был юҫыҡта ярҙам күрһәтһә, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә лә ижади көсөбөҙҙө һынап ҡарар инек», — тиҙәр Лилиә һәм Радик Хәлиловтар.

Шәрип ауылы ҡыҙы Нәргизә Зәйнетдинова өс йәшендә районда билдәле ине инде. Йырлаһынмы, бейеһенме — бөтәһе лә килешә үҙенә, ике яҡлап та нәҫеле талантлы шул. Өҫтәүенә ҡыҙыҡайҙың һәләтен үҫтереүгә ата-әсәһе Нурсилә һәм Рәзил Зәйнетдиновтар күп көс һала, концерттарға, конкурстарға алып йөрөй, матур сәхнә күлдәктәре тектерә, йыр-бейеүҙәрҙе иһә әсәһе өйрәтә. Нәргизә үҙенең әлегә тиклемге 5 йәшлек ғүмерендә «Бейе, бейе, Әбйәлил!», Магнитогорскиҙа «Сыңлы үксә» бейеү, Сибайҙа «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеләрендә ҡатнашҡан. Балаларының киләсәген, ижади үҫешен хәстәрләп, былтыр ғаилә Асҡарға күсеп килгән. Нәргизәнең 4 йәшлек ҡустыһы Тимурҙың да бейеүгә барымы бар. Балалар баҡсаһында уҙғарылған «Таланттар йондоҙлоғо» бәйгеһендә икенсе урын алған. Әҙерәк ҙурайғас уларҙың икәүһен дә ата-әсәһе сәнғәт мәктәбенә, бейеү студияһына бирергә уйлай.

Кескәй сәхнә йондоҙо Нәргизә үҙенең һөймәлеклеге, өҙҙөрөп башҡарған «Тыпырҙаҡ» бейеүе менән «Балалар Байығы» жюриһын таң ҡалдыра. Бәләкәй генә булһа ла, Өфөләге оҙайлы репетицияларға бер ҙә мыжымай, ихлас йөрөй. Концерт арытһа ла, яратҡан йырсыһы Радик Юлъяҡшин — Элвин Грейҙың сығышын көтә. Бәләкәй генә сағынан уның йырҙарын тыңлап, йырлап үҫә ҡыҙыҡай. Сараны ойоштороусылар Нәргизәнең ата-әсәһен ҡайтып китмәгеҙ, ҡыҙығыҙҙы сюрприз көтә, тип иҫкәртә. Һәм, ни мөғжизә, Элвин Грей үҙенең махсус бүләктәрен — спорт велосипедтарын «Балалар Байығы»ның иң кескәй бейеүселәре Нәргизәгә һәм Бөрйән районынан Рушан Шаһниязовҡа тапшыра. Шулай уҡ кескәй яҡташыбыҙ проекттың «Йыл асышы» номинацияһында диплом менән билдәләнә.

— Нәргизә ҡыуанысынан бөтә арыуҙарын онотто. Беҙ алып биргән велосипедын ҡустыһына бүләк итте. Көн һайын «Байыҡ» тураһында иҫләп ала, бүләгендә елдереп йөрөй, — ти бәләкәй йондоҙсоҡтоң әсәһе.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: