«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға республика ҡаҙнаһынан 11 миллион 250 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. 2013 йылдан төбәктә был маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын 12 миллион һумлап бүленә. Сәнғәт мәктәптәрен йыһазландырыу исемлегенә шулай уҡ һынлы һәм ҡулланма сәнғәт өсөн ҡорамалдар, мәҫәлән, мольберттар һәм керамиканы яндырыу өсөн мейестәр инә. Финанслау махсуслаштырылған учреждениеларҙың нужалары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.