Талантлы хореограф Ләлә Йәнекәйеваның тәрбиәләнеүселәре — 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Алтынай», Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ» өлгөлө бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар Сочиҙа үткән «Тәүәкәлләгеҙ, һеҙ талантлы» исемле халыҡ-ара конкурста ҡатнашты. Әбйәлилдәр был мәртәбәле бәйгелә тотош Башҡортостан исеменән сығыш яһап, тағы бер тапҡыр шәп бейеүселәр булыуҙарын раҫланы.
Йәш бейеүселәребеҙҙең еңеүҙәре тос. «Йондоҙ» өлгөлө бейеү ансамбле «Урал киңлектәре» бейеүен юғары оҫталыҡ менән башҡарып, бар тамашасыны һәм баһалама ағзаларын әсир итте, һөҙөмтәлә улырҙың сығышы бәйгенең иң юғары баһаһаына лайыҡ булды — Гран-при яуланы улар.
«Йондоҙ»ҙар 10-12 йәшлек балалар араһында беренсе, «Алтынай»ҙар 8 - 10 йәшлектәр араһында өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды..
Сыңғыҙ Билалов яңғыҙ башҡарыусылар араһында «Ялан егете» бейеүе менән беренсе дәрәжәле диплом яуланы. Афарин, балалар! Әбйәлилдәр намыҫына тап төшөрмәй, һәр ваҡыттағыса ҙур еңеүҙәрегеҙ менән шатландырҙығыҙ.Конкурс кисә үтте. Әле малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡара диңгеҙ буйында рәәхәтләнеп ял итеп, күңелдәре булғансы һыу инеп, ҡыҙынып, 1 августа ғына ҡайтырға сығасаҡтар.