-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2019, 12:50

Йәйге, йылы осрашыу

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Йәйғор» халыҡ театры менән берлектә «Йәйге йылы осрашыу» тигән кисә үткәрҙе.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы «Йәйғор» халыҡ театры менән берлектә «Йәйге йылы осрашыу» тигән кисә үткәрҙе. Театраль ҡунаҡханала райондың әүҙем гүзәл заттары һәм театрға ғашиҡ йәндәр был cәнғәттә билдәлелек яулаған яҡташтарыбыҙ — Мәскәү ҡалаһы башҡорттарының «Илһам» халыҡ театры етәксеһе Мәҙинә Илһамова һәм Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры һәм кино актрисаһы Зиләрә Юлтаева менән осрашты.

Осрашыу уңайынан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева һәм «Йәйғор» халыҡ театрының режиссеры И. М. Шәйәхмәтова сәләмләгәс, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Байым ауылы ҡыҙы Мәҙинә Рәйес ҡыҙы үҙе менән таныштырып, башта педагог һөнәрен һайлап, ошо йүнәлештә эшләүе, әммә сәнғәттең арбағыс тартыу көсө, бигерәк тә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә хеҙмәт итеү теләге Санкт-Петербургта режиссерлыҡ буйынса юғары белем алыуға этәреүе хаҡында һөйләне. Байтаҡ йылдар Өфөлә мәғариф системаһында эшләп Мәскәүгә күсә ул. Бында төрки халыҡтарының Наурыз байрамына юлығыуы Мәҙинәнең тормошон ҡырҡа үҙгәртер сәм уята. Һәр милләткә бирелгән майҙандарҙа башҡорт мөйөшөнөң етемһерәп буш торғаны өсөн ғәрләнеп, баш ҡалалағы Башҡортостан вәкиллегенә килә. «Улай сәмеңә тейгәс, үҙең эшлә», — тигән яуапҡа: «Эшләрмен дә!» — тип ғорур яуаплай ул. Әйткәнең икән — үтә. Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Мәҙинәгә намыҫы был һөйләшеүҙе оноторға ирек бирмәй. Баш ҡала башҡорттарын туплап, театр ойоштороп ебәрә. Әйткәндәй, Мәскәү хөкүмәте ҡаршы килмәй, бында әгәр аҡса һорамаһаң, хатта эшләр өсөн мөйөш тә бүләләр икән. Йәмәғәт башланғысында Мәҙинәнең илһамланып башлаған эшмәкәрлегенә киләһе йыл биш йыл була. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында «Илһам» театры халыҡ исемен аҡлаған, бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Спектаклдәр ҡуйыу менән генә сикләнмәйҙәр, башҡорт фольклорын башҡа милләттәргә танытыу, милли кейемдәр өлгөләрен күрһәтеү буйынса саралар ойошторалар, әҙәби кисәләр үткәрәләр. Йыл һайын Наурыз байрамында ҡатнашалар. Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын аҡлап, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда уҙған театр фестивалендә 23 ил араһында I урын яулауҙары ҙур мәртәбә.

— Коллективта 40-ҡа яҡын кеше, 12 бала шөғөлләнә. Үҙ-ара рәхәтләнеп туған телдә һөйләшәбеҙ. Тағы ла «Илһам» театры башҡорт йәштәре өсөн танышыу-табышыу үҙәге лә. Дүрт йыл эсендә беҙҙә 16 туй булды, йәнә 4 парыбыҙ никахлашыр, тип өмөтләнәбеҙ, — ти театр хужабикәһе.

«Илһам» театры Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулай бара. Башҡорт милли кейемдәрен күрһәтеү буйынса Кремлдең үҙендә сығыш яһаған коллектив Испания, Италия кеүек илдәргә лә саҡырыуҙар алған. Мәҙинә Рәйес ҡыҙының алһыҙ-ялһыҙ ижади эшмәкәрлеге бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Райондаштары менән осрашыуға ул үҙенең ҡалын ғына портфолиоһын да алып килгәйне. Улар араһында мәртәбәле наградаһы — Мәскәү ҡалаһы мэрының Рәхмәт хаты ла бар. Сарала ҡатнашыусылар М. Илһамоваға ижади уңыштар теләне. «Йәмәғәт башланғысындағы эшмәкәрлек өсөн аҡса түләнмәүе билдәле, һеҙ ниндәй сараларға йәшәйһегеҙ?» – тип ҡыҙыҡһыныусылар булды. Мәҙинә режиссер булып башҡа театрҙар менән дә эшләүе, Халыҡ-ара кимәлдә фестивалдәр ойоштороуы тураһында һөйләп үтте.

Зиләрә Юлтаева бәләкәй сағында һандыҡ, баҫма өҫтөндә тәүге концерттарын биреүен иҫкә алды.

— Актриса булыу хыялы гелән күңелемдә йәшәне. Тик был хаҡта бер ҡасан да ҡысҡырып һөйләп йөрөмәнем, минең сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инеүем туғандарымды ла, һабаҡташтарымды ла, уҡытыусыларымды ла ғәжәпләндерҙе, — тине ул.

Бөгөн театр һәм кино актрисаһы булараҡ киң билдәлелек яулаған Зиләрә Валерий ҡыҙын һаман да шул уҡ баҫалҡылыҡ биҙәй. Осрашыуҙа ул тамсы ла маҡтанманы, ябайлығы, тыйнаҡлығы менән әсир итте. Зиләрә Юлтаеваның биографияһы ла ябай: Амангилделә 9-сы класты тамамлағас, Сибай гимназия-интернатына уҡырға бара. Уны тамамлағас, хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Өфө дәүләт сәнғәт институтына һынау тота. Баш ҡаланы яҡшылап белмәүе арҡаһында бер имтиханға һуңлай. Шуға күрә уҡырға инеүсе бәхетле студенттар иҫәбенә Зиләрә эләкмәй. Шулай ҙа талантлы ҡыҙҙы ирекле тыңлаусы итеп алалар һәм ул был ышанысты аҡлай. Уларҙың курсын Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры өсөн әҙерләйҙәр. Стәрлетамаҡҡа эшкә килгән көндә ул «Сәк-сәк» фильмы өсөн актерҙар эҙләүсе «Башҡортостан» киностудияһынан йәш кинорежиссер Руслан Юлтаевты тап итә, йәш актриса фильмға һайлап алыуҙы уңышлы үтә. Ул ғынамы: ошо осрашыу ике ижад кешеһенең яҙмышын хәл итә.

— Хоҙай, үҙем теләгәнсә, юлыма сәнғәтте аңлаған, аңлау ғына ла түгел, минең кеүек ғашиҡ кешене сығарҙы. Тормош иптәшем менән ғаиләлә лә, эштә лә бергәбеҙ, ижадташ, фекерҙәш дуҫтарбыҙ, — тине актриса.

Әйтергә кәрәк, осрашыуға ижади парҙың бергә килеүе сараның бәҫен арттырҙы. Кинорежиссер Руслан Юлтаев аша яҡташ актрисаның ижади юҫыҡтағы ҡаҙаныштары, башҡарған ролдәре тураһында тулыраҡ белдек. Драма театры актрисаһы булараҡ, 2017 йылда «Театр яҙы» фестивалендә «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы» спектаклендәге роле өсөн «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында билдәләнәүе, күп спектаклдәрҙә төп геройҙарҙы уйнауы Зиләрә Юлтаеваның ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыусы көслө талантлы актриса булыуы хаҡында һөйләй. Юлтаевтарҙың идеяһы менән Стәрлетамаҡ театрын бөтә республикаға танытҡан «Күңелле йәшәйбеҙ!» башҡорт телендәге телепроекты тормошҡа ашырыла. Юмор тапшырыуы 5 йыл зәңгәр экрандарға сығарылғас, Руслан Сәмерхан улы актерҙарҙың кино жанрындағы үҫешен самалап, сериалдарға тотонорға йөрьәт итә. «Бәхет ҡошо», «Сируси» фильмдары ла БСТ каналы аша үҙенең тамашасыһын таба. «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөрөлгән һуғыш темаһына «Өс хат» картинаһы 20-нән ашыу Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, бик күп еңеүҙәргә лайыҡ була. Уларҙан иң әһәмиәтлеләре — Ҡырымда үткән «Золотой Витязь» кинофорумында Германия, Польша, Италия, Франция, Сербия, АҠШ илдәре араһында «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» булараҡ еңеп сыға, Санкт-Петербургта уҙған «Перерыв на кино» фестивалендә гран-при яулап, 10 илдә күрһәтелә.

Театраль ҡунаҡхана ҡунаҡтарына райондың театр һөйөүселәре үҙҙәренең ижад емештәренән «ауыҙ иттерҙе». «Йәйғор» халыҡ театры артистары быйыл тамашасы хөкөмөнә сығарған Ә. Яхинаның «Аҡҡошом минең» пьесаһынан өҙөк тәҡдим итһә, шулай уҡ Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы етәкләгән «Мираҫ» балалар әҙерлек төркөмө З. Фәйзуллинаның «Ах, бәлә, бәлә...» пьесаһының бер өлөшөн ҡуйҙы.

Йылы осрашыуҙың иҫтәлеге итеп, Линиза Камил ҡыҙы үҙҙәренең тынғыһыҙ ижади эшмәкәрлеге менән Әбйәлил данын арттырған яҡташтарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Театр йылы уңайынан «Йәйғор» халыҡ театры режиссеры И. М. Шәйәхмәтова театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн, ә һәүәҫкәр артистар Мәрғүбә Оморҙаҡова, Буранбай Һөйәрғолов, Илгиз Истамғолов һәм Фәнүзә Илһамова райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм актерлыҡ оҫталығы өсөн рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: