Башҡортостан китапханалары яңы форматҡа күсә. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, киләһе йыл ошондай өс модель учреждение асыла.
Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы уларҙың – Благовар үҙәк район, Әсән (Дүртөйлө районы) һәм Ҡандры (Туймазы районы) ауылдары китапханаларының ошо маҡсаттағы заявкаларын хупланы. Өс модель учреждение төҙөү өсөн республика федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса аласаҡ.
Билдәле булыуынса, төбәгебеҙ етәксеһе Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәрендә үк ауылдарҙың социаль хәленә иғтибар бирҙе. Урындарға эш сәфәрҙәре барышында ул мотлаҡ социаль учреждениеларға инеп, бинаның торошо, унда алып барылған эшмәкәрлек кимәле менән таныша. Мәктәп, клуб, китапхана, медицина пункты бар икән, тимәк, ауыл йәшәй, халыҡ үҙ еренә ергеп донъя көтә. Был иһә – тотош илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше нигеҙе.
Киләһе йыл сафҡа инәсәк өс модель китапхана өсөн алынасаҡ 20 миллион һумға идара итеүҙең заманса моделдәрен индереү ҡаралған, һөҙөмтәлә китапханалар интеллектуаль һәм белем биреү үҙәктәре ролен үтәйәсәк. Ҡулланыусылар фәнни, художестволы йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарына, һанлаштырылған баҫмаларға инә аласаҡ, учреждениеларға юғары тиҙлекле интернет индереләсәк.
Бынан тыш, китапханаларҙа клубтар, түңәрәктәр, белешмә пункттары эшләр, төрлө йәштәгеләр өсөн саралар даими үтер тип көтөлә.
“Проектты төҙөгәндә беҙ иң беренсе халыҡтың фекерен иҫәпкә алдыҡ, – ти Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәсим Ямалетдинов. – Әсәндә 1,4 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ауыл олуғ Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәге булараҡ киң билдәле. Әле китапханала 25 мең берәмек баҫма иҫәпләнә. Унда Әсән халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге ауылдарҙан да йөрөйҙәр”.
Белешмә. Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының “Милли мөхит” федераль проекты буйынса моделле муниципаль китапхана булдырыу өсөн конкурсҡа 78 төбәктән 500-ҙән ашыу заявка тапшырылған. Һөҙөмтәлә 52 төбәктең 110 китапханаһы һайлап алынған.