+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2019, 11:26

«Ҡырымда ла булдыҡ беҙ...»

Ҡырым Республикаһының Черноморский районы Межводное ауылында «Алтын майҙан» фольклор инклюзив фестиваль-конкурсы үтте.

Ҡырым республикаһының Черноморский районы Межводное ауылында «Алтын майҙан» фольклор инклюзив фестиваль-конкурсы үтте. Төп маҡсаты Рәсәй Федерацияһының автономиялы республикалары халҡының милли мәҙәниәте менән танышыу булған сарала илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 90-дан ашыу коллектив (1500 кеше!) ҡатнашты. Унда Башҡортостан республикаһы исеменән Үтәгән ауылының «Суҡмуйыл» фольклор ансамбле ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр менән ҡайтты.

— Интернет селтәрендә «Суҡмуйыл» ансамбле сығыштарының видеояҙмаһын һәм фотоларын ҡараған «Алтын майҙан» проекты авторы һәм етәксеһе Ғ. Ғ. Ғәҙелшина ғинуар айында беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, ошо фестивалдә ҡатнашырға саҡырҙы. Әлбиттә, бәләкәй ауылдың фольклор ансамбленең халыҡ-ара кимәлдәге байрамға саҡырыу алыуы барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән, шул уҡ ваҡытта ҡыуаныслы хәл булды. Бергәләшеп һөйләшкәндән һуң, Ҡырымға барырға ҡарар иттек, — тип башланы һөйләшеүҙе ансамбль етәксеһе Д. Мусина.

Дилә Нәдир ҡыҙы әйтеүенсә, Үтәгән ауылында фольклор ансамбле элек-электән булған. Үтәгән мәктәбе директоры Гөлсәсәк Фәхрисламова етәкләгән ансамбль заманында ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәгән, район кимәлендә лә уңышлы сығыш яһаған. Бер осорҙа ул «Үтәгән ынйылылары» исеме аҫтында ла билдәле булған.

Дилә Мусина Өфөнән Үтәгәнгә күсеп килгәс клубҡа мөдир булып урынлаша. Ансамбль ағзаларын йыйып һөйләшәләр һәм бергәләп эшкә тотоналар, күмәк көс менән ололарҙы, йәштәрҙе үҙешмәкәрлеккә йәлеп итәләр.

Дәрттәре ташып торған Үтәгән ҡыҙҙары, апайҙар, инәйҙәр, килендәр репетицияларға әүҙем йөрөйҙәр, яңынан-яңы йырҙар өйрәнәләр, бейеүҙәр һалалар, халыҡ йолаларын тергеҙеп сәхнәнән күрһәтеүгә ихлас тотоналар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдың фольклор ансамбле яңы һулыш ала.

Ансамблдең исеме үҙгәреп, район, республика халҡы араһында «Суҡмуйыл» исеме аҫтында билдәлелек ала. Берҙәм, татыу, йыр-моңға дәртле коллектив бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә. Район кимәлендә үткән конкурс-фестивалдәрҙә яулаған призлы урындары һанап бөткөһөҙ. «Суҡмуйыл»дарға «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүселәре иҫәбендә уның гала-концертында ҡатнашыу бәхете тейә. Артабан «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә сығыштары беренсе урын менән билдәләнә. «Ашҡаҙар таңдары»нда гран-при. 2018 йылда ансамблгә халыҡ исеме бирелә. Һәм бына килеп халыҡ-ара фестивалдә еңеү!

— Ҡырымға барыу өсөн Магнитогорск ҡалаһынан автобус ялланыҡ. Юл сығымдарын күтәрешкән район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа һәм Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәхрисламовҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ, — тип дауам итә Дилә Нәдир ҡыҙы. — Автобус беҙҙе Үтәгәндән алып китте һәм имен-аман йөрөтөп, ауылға уҡ килтереп ҡуйыуы уңайлы булды. Сәхнә костюмдарынан тыш, күргәҙмәгә аш-һыуын да, милли кейем, биҙәүестәрҙе лә үҙебеҙ менән алып барҙыҡ. Ике тәүлектән ашыу ваҡытты алды юл.

— Беренсе көн «Алтын майҙан»ды асыу тантанаһы булды. Межводное урамдары буйлап, милли кейемдәрҙә үҙебеҙҙең башҡорт бейеү көйҙәренә бейей-бейей парадта үттек. Йөҙәрләгән коллектив араһында «Суҡмуйыл»дар сағыу кейемдәребеҙ менән айырылып торҙоҡ. Асыҡ сәхнәлә «Милли уйын» бейеүе менән сығыш яһаныҡ, — тип уртаҡлаша Ҡырымдағы тәүге көн хаҡында ансамбль етәксеһе үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә.

Шулай уҡ «Алтын майҙан» фестивале сиктәрендә беренсе тапҡыр башҡорт этнокисәһе үткән. Әбйәлилдәр был юлы ла һынатмаған: башҡорт культураһын майҙандағы халыҡҡа тейешле кимәлдә күрһәтә алған: өҫтәлдәр милли аштарҙан һығылып торған, ҡул эштәре күргәҙмәһе янынан халыҡ өҙөлмәгән. Бының өсөн ансамбль етәксеһе күргәҙмә ойоштороуға күп көс һалған сәфәрҙәштәренә рәхмәтле.

Кисәне Ласын Мәғәфүров ҡурайҙа уйнап, «Урал» йыры менән башлап ебәргән. Унан һуң Азат Атанғолов гармун моңдарын яңғыратҡан һәм «Суҡмуйыл»дар бергәләп бейергә төшкән. Байрамда ҡатнашыусылар ҙа, тамаша ҡылыусылар ҙа башҡорт милли ризығынан ауыҙ итеп, рәхәтләнеп «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Наза», «Өс таған» уйнағандар. Һөҙөмтәлә кисә жюри тарафынан юғары баһаланған һәм беренсе дәрәжәләге диплом менән билдәләнгән. Әйткәндәй, алыштырғыһыҙ музыканттар Азат Атанғолов менән Ласын Мәғәфүров ниндәй генә сара үтмәһен, һәр саҡ майҙандың уртаһында булғандар. Сығыштарҙың юғары кимәлдә булыуында сценарийҙар авторы Фәүҡинур Сафинаның хеҙмәте ҙур.

— Рәсәй флагы көнө булараҡ билдәләнгән 22 августа Черноморскиҙа фестивалдә һайлап алынған иң шәп 20 номерҙан торған концертта беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ «Алтын майҙан» фестивале сиктәрендә үткән «Атлеш» конкурсында беҙҙекеләрҙең сығышы дипломдар, грамоталар менән билдәләнде, — ти ғорурлыҡ менән Дилә Нәдир ҡыҙы.

Башҡорт-татар һабантуйы-ның төп ярыштарының береһе «Һабантуй һылыуҡайы»н һайлау була. Был исемгә төрлө яҡтан, төрлө милләттән 17 ҡыҙ дәғүә иткән.

«Еңеүсе кем тиһегеҙ?! Әлбиттә башҡорт ҡыҙы! Телмәр оҫталығы буйынса ла, бейеүсе булараҡ та Зарема Ғайсинаға етеүсе булманы. Афарин!» — был да Дилә Мусинаның сәхифәһенән алынды. Шулай итеп, Амангилде мәктәбе уҡытыусыһы Зарема Ғайсина халыҡ-ара фестивалдә «Һылыуҡай» титулын яулап ҡайтты.

Ғөмүмән, «Суҡмуйыл» халыҡ фольклор ансамбле төрлө номинацияларҙа үҙен һынап ҡараған һәм һынатмаған: бына уларҙың уңыштары — өс I дәрәжәле (Хореография. Фольклор бейеүе; Донъя халыҡтары традициялары; Этнокисә; Хореография. Фольклор-йола бейеүе); соло номинацияһында дүрт I (Азат Атанғолов 2, Ласын Мәғәфүров, Зарема Ғайсина), ике II дәрәжәле дипломдар. Һис шикһеҙ, бәләкәй ауылдан сыҡҡан әртистәр өсөн был оло ҡаҙаныш!

— Ҙур еңеүҙәр тотош коллективтың берҙәм, ныҡышмал, тырыш булыуы, дәртле сығыштары һөҙөмтәһе. Ансамбль ағзаларының һәр береһе дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерҙе, — тип иҫәпләй ансамбль етәксеһе. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, Дилә Нәдир ҡыҙы бөгөн Ҡаҙмаш мәктәбендә балаларға белем бирһә лә, үҙе яҡын күргән коллективы менән эшләүен дауам итә.

— Башҡа яҡтарҙан килгән коллективтар менән аралашып, дуҫлаштыҡ. Яҡут Саха республикаһынан килгән эвенк һәм яҡуттарҙың, шор халҡының һәм алтайҙарҙың һөйләше беҙҙекенә оҡшаш булыуын ишетеп аптыраныҡ. Улар менән үҙ телебеҙҙә аралашып аңлашырға мөмкин, ризыҡтарыбыҙҙа ла, кейемдәрҙә лә уртаҡ оҡшашлыҡтар күп, — ти Дилә Мусина. — Ә былай ансамбль ағзалары ла, беҙҙең менән бергә барып, яҡташтары өсөн янып-көйөп, ярҙам иткән сәфәрҙәштәребеҙ ҙә диңгеҙҙә һыу инеп, ял итеп, ят ерҙәрҙе күреп ҡәнәғәт ҡайтты. Ялта буйлап экскурсиялар, Волгоградта Мамай ҡурғаны баҫҡыстарынан да күтәрелеүҙәр онотолмаҫ хәтирә булып иҫтә ҡалды. Ышанысты аҡлаған ансамбль ағзалары оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ, — тип рәхмәттәрен еткерә Дилә Нәдир ҡыҙы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: