“Беренсе Республика” фильмы Мәскәүҙә уҙғарылған SKEY-CINEMA халыҡ-ара кинофестивалендә еңеп сыҡҡан. Жюри ҡарары буйынса был кинокартина “Иң яҡшы тулы метражлы фильм” тип танылған (режиссеры Булат Йосопов, продюссеры Леонид Филинов). М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина, Һәҙиә Дәүләтшина ролен уйнап, “Иң яҡшы икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле” өсөн еңеүсе дипломы менән бүләкләнгән. Яҙғыһын фильм Мәскәүҙә уҙғарылған FESTPRO халыҡ-ара кинофестивалендә “Иң яҡшы сценарий” (Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова) һәм “Иң яҡшы рәссам эше” (Рөстәм Баймөхәмәтов) номинацияларында еңеүсе тип билдәләнгәйне.