Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙә “Башҡортса бейейем” флешмобын башлап ебәрҙе. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортсабейейем, #башҡортсабейергәөйрәнәм хэштегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.
«Флешмоб башҡортса бейергә өйрәтеү һәм уны йәштәр араһында популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. 9 октябргә тиклем бер бейеүҙе, бер нисә фрагментты өйрәнербеҙ һәм уны күмәкләп Матросов исемендәге паркта башҡарырбыҙ», — тип һөйләне коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Акцияны башлап ебәреү өсөн артистар «7Медиа» студияһы ярҙамында Арт-Квадратта ролик яҙҙырған.
«Был экспромт рәүешендә булды, артистар беренсегә ишеткән көйгә төрлө хәрәкәттәр яһап бейене», — тине хореограф-репетитор Марат Кәримов.