+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2019, 10:47

Иң мөһиме – барыһы ла бушлай

“Мәҙәниәт” милли проекты ижади кешеләргә квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сарала бушлай ярҙам күрһәтелә.

“Мәҙәниәт” милли проекты ижади кешеләргә квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сарала бушлай ярҙам күрһәтелә.


Өфөлә милли проекттың “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү белгестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса саралар бара. Өҫтәмә һөнәри программалар буйынса быйыл 351 кеше белем аласаҡ. Уҡыу тамамланғас, уларҙың һәр береһенә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында квалификация күтәреү тураһында танытма тапшырыласаҡ.


“Квалификацияны күтәреүгә килешеүҙәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы менән төҙөлдө, – тине үҙәк директоры. – Тәүге юғары уҡыу йортоноң алдынғы профессорҙары, уҡытыусылары 3 сентябрҙән лекция дәрестәре, оҫталыҡ кластары үткәрҙе. 16 сентябрҙә Өфөгә ошо уҡ академияның юғары квалификациялы уҡытыусыһы Зоя Гуменюк һәм профессор, махсус фортепиано кафедраһы мөдире Владимир Тропп килде. Көҙ аҙағына тиклем шулай уҡ ҡыллы халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Цыганков дәрестәр үткәрәсәк. Төрлө программалар буйынса уҡытыу З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында һәм Урта махсус музыка колледжының концерт залында ойошторола”.


Р. Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжының ете уҡытыусыһы А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында уҡыу өсөн Санкт-Петербургка юлланды.


Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы һәм П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры Владимир Тропп был программаның тәүге тапҡыр эшләй башлауы тураһында белдерҙе. Һәм, уның әйтеүенсә, барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәрә аласаҡ.


“Беҙ элек айырым төбәктәрҙең ҡайһы бер уҡыу йорттарына һирәкләп сыға инек, – тине ул. – Ә хәҙер, милли проект буйынса, илдең һәр урынынан төрлө кимәлдәге – мәктәп, училище, юғары уҡыу йорттары – педагогтар квалификацияһын күтәреүгә өлгәшә ала. Иң мөһиме – барыһы ла бушлай, ә элек түләүле ине”.


Курстарҙы ирекле тыңлаусы булараҡ та үтергә мөмкин, тик бындай осраҡта танытма бирелмәй.


Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.


Читайте нас: