Венгрияның Гуманитар ресурстар министрлығы ҡара-мағындағы «Традициялар йорто» халыҡтар институты Әбйәлилдән әсәле-уллы талант эйәләре — сәсәниә Хәнифә Әбүбәкерованы һәм гармунсы, ҡурайсы Азат Атанғоловты Венгрия һәм Румыния ҡалаларында уҙасаҡ төрки халыҡтарҙың музыка традициялары гастролдәрендә ҡатнашырға саҡырған.
— Венгрияға өсөнсө мәртәбә юлланырға торабыҙ. Ҡумыҡ, ҡабарҙы-балҡар, нуғай, ҡарасай-черкес халыҡтары араһында Башҡортостан исеменән ҡунаҡ итеп беҙҙе саҡырыуҙары ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Гастролдәр репетициялар менән бергә 20-29 сентябргә планлаштырылған. Ул фәҡәт концерт ҡуйыуҙан ғына тормаясаҡ, ә төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү буйынса фәнни конференцияларҙы ла үҙ эсенә аласаҡ. Шуға әсәйҙең килеүен айырыуса көтәләр. Юл, йәшәү сығымдарын тулыһынса «Традициялар йорто» күтәрәсәк, 20 сентябрь иртәнсәк Будапештҡа осасаҡбыҙ, — тине Азат Ханнан улы.