+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Октябрь 2019, 12:43

Афарин, «Гөлнәзирә»!

«ФОЛК-ТАЙМ» республика фольклор сәнғәте конкурсында Ташбулат ауылының «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле лә (етәксеһе Ғәлиә Йәнйегетова) үҙ көсөн һынап ҡараны һәм һынатманы.

Киләһе йыл үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған «ФОЛК-ТАЙМ» республика фольклор сәнғәте конкурсында Ташбулат ауылының «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле лә (етәксеһе Ғәлиә Йәнйегетова) үҙ көсөн һынап ҡараны һәм һынатманы. Тәүге турҙа үҙҙәренең сығыштарынан әҙерләнгән видеояҙмаларын ебәреп 287 коллективтан һайлап алынған 62 коллектив араһына эләкте улар. Икенсе турҙа «Шәл бәйләү» йолаһын бейеү аша күрһәтеп, «Фольклор-музыкаль композиция» номинацияһында өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды «Гөлнәзирә»ләр.Ә фольклор ансабль етәксеһе Ғәлиә Йәнйегетоваға фольклор хәрәкәтен һаҡлап ҡалған һәм үҫтергән өсөн «ФОЛК-ТАЙМ»-ды ойоштороусылар Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: