Халыҡ-ара Ололар көнө айҡанлы һуңғы бер нисә йылда хаҡлы ялдағы ветерандар иғтибарына концерт йә спектакль бүләк итеү район үҙәгендә матур йолаға әүерелде. Быға тиклем Өфө, Сибай әртистәре ҡуйған тамашаларҙың хаҡын район Советы депутаты, эшҡыуар А. З. Әминев бер үҙе күтәрһә, быйыл изге башланғысҡа район Советы депутаттары Н. З. Әхтәмов, Р. Л. Аҡсурин, Н. З. Рәхмәтуллин ҡушылып, оло тамашасыларға А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары ҡуйған Н. Ғәйетбаевтың «Хазина» трагикомедияһын тәҡдим итте.
Ҡарттар йортонда барған ваҡиға берсә көлдөрҙө, берсә ауыр уйҙарға һалды. Ҡартлыҡ көндәрен хөкүмәт ҡарамағында үткәреп, уның баҙында хазина ҡаҙған арала, оптимизация арҡаһында учреждение ябылып, хеҙмәткәрҙәр һәм башҡа ҡарттарҙың күсеп китеүен дә белмәй бикле тороп ҡалған алты яңғыҙаҡтың көлкө аша сәхнәләштерелгән тормошон бары йылмайып ҡына ҡабул итеп булманы. Хазинаны бүлешеүҙәге ыҙғыш-тартыш, һәр кемдең үҙенә яҡшыраҡ өлөш эләкте-рергә тырышыуы, алтын-көмөштәрҙе һатып, фатир алырға, яңы тормош башларға өмөт-хыялдар ҡороуы, шәхси мин-минлектәре, һыр бирмәүҙәре күңелдәрен тырнаған уртаҡ һыҙланыу — ташландыҡ кеше кисерештәрен йәшерә алманы. Характер, яҙмыштар төрлө булһа ла, балаларын, ейәндәрен һағыныу тойғоһо берҙәй бәғерҙәрен телде. Бикле бинала ҡалыу, унда ҡуйырған хәл ваҡиғалар был алтауҙың да: «Мин үҙ балаларыма кәрәк түгелмен», — тип ысын йөҙҙәрен асты. «Бер яңғыҙыма нимәгә кәрәк был хазина?» — әле генә зыҡ ҡубып байлыҡ бүлешкән ҡарттар берәм-берәм өлөштәренә төш-кән зиннәттәрҙән баш тартты. Әсәй-атайҙарының ер йотҡандай ғәйеп булыуы тураһындағы хәбәр рәхимһеҙ балаларының выжданын уята алды. Өмөтһөҙлөктән әжәл көткән әбей-бабайҙарҙы ташландыҡ ҡарттар йортонда килеп тапҡан ул-килендәре, ҡыҙ-кейәүҙәре, ейәндәре улар йылдар буйы тилмереп көткән өйгә алып ҡайтыу ҡыуанысын да алып килде.
Ролдәрҙе Юнир Ғәйнуллин (гармунсы Фәтих), Әлфирә Ғәлләмова (уҡытыусы Мәйсәрә), Марс Итбаев (элекке милиция хеҙмәткәре), Нурзиә Әбдрәшитова (медик Нәбирә), Айгөл Зәйнуллина (шағирә Тәслимә) һәм яҡташыбыҙ Резеда Абдуллина-Сафиуллина (Үзбәкстан-дан ҡайтҡан Сәғирә) башҡарҙы.
Ололар көнө менән тәбрикләп һүҙ алған БР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин: «Сәхнәләге яҙмыштар ысын тормошта ҡабатланмаһын!» — тигән теләктә ҡалды. Тамашасылар исеменән хөрмәтле ветерандар В. П. Павлюкович, С. И. Фәйзуллин рәхмәт белдерҙе.