+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Октябрь 2019, 20:00

Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелә

Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың хәтере мәңгеләштерелә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, БР Хөкүмәтенә Рауил Бикбаевтың тормошо, йәмәғәт, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың дәүләт мультмедиа архивын булдырыу, тейешле сайт әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Йыл һайын шиғриәт фестивалдәре, халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына бағышланған конферениялар уҙғарыу күҙаллана, шулай уҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттарының әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендиялар булдырылды. Өфөлә 102-се башҡорт гимназияһына Рауил Бикбаевтың исеме бирелә. Өфө ҡала Советына ҡала урамдарының береһенә шағирҙың исемен бирергә тәҡдим ителде. Өфө хакимиәтенә Менделеев урамында шағир йәшәгән 148/3-сө йортта Рауил Бикбаевтың барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, шәхестең исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү, Өфө музейҙарының береһендә Башҡортостандың халыҡ шағирына арналған экспозиция асыу бурысы йөкмәтелде.
Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: