«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса үҙ фекерҙәре менән сығыш яһап, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин: «Әбйәлилдең мәҙәни өлкәһе өс проектта — «Ижади кешеләр» («Милләттең ижади потенциалын үҫтереүгә мөмкинлектәр булдырыу»), «Мәҙәни мөхит» һәм «Һанлы мәҙәниәт» йүнәлештәрендә ҡатнаша. Тәүгеһе буйынса 13 мәҙәниәт хеҙмәткәре әҙерлек курстары үтте, ҡалғандары буйынса эш планы билдәләнгән.