+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2019, 14:45

«Беренсе республика» Лос-Анджелесҡа юллана

«Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Азия халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыуға һайлап алынған.

Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Азия халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыуға һайлап алынған. Билдәле кинофестиваль 6–14 ноябрҙә Лос-Анджелеста уҙа. Унда ҡатнашыуға 50-нән ашыу Азия илдәренән, шул иҫәптән Төркиә, Япония, Һиндостан һәм Рәсәйҙән күп һанлы фильмдар тәҡдим ителгән. Кинофестивалде ойоштороусылар белдереүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар үҙҙәренең фильмдарын Киноакадемия һәм Голливуд сит ил прессаһы ассоциацияһы ағзаларына күрһәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был ойошма «Алтын глобус» кинопремияһының төп бағыусыһы булып тора.
Читайте нас: