+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2019, 11:55

Өфө скрипкасыһы быяла тирмәлә бер аҙна аҙыҡһыҙ һәм һыуһыҙ башҡорт көйөн уйнаясаҡ

Был мәҙәни ваҡиға ғәҙәти булмаған форматта Өфөләге “Арт-Квадрат” сәнғәт үҙәгенең ивент-холлында үтәсәк.

Был мәҙәни ваҡиға ғәҙәти булмаған форматта Өфөләге “Арт-Квадрат” сәнғәт үҙәгенең ивент-холлында үтәсәк.
Акция барышында Рөстәм Сөләймәнов башҡорт тирмәһе кеүек эшләнгән быяла куб эсендә башҡорт көйөн скрипкала башҡара. Музыкант әйтеүенсә, ул ваҡытты аҙыҡһыҙ һәм һыуһыҙ уғҙарасаҡ. Перформанс 11 октябрҙән 18 октябргә тиклем дауам итә. Ойоштороусылар һүҙҙәре буйынса, төп идея йәмғиәттең башҡорт халҡының уникаль милли инструменталь сәнғәтен һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуынға тапшырыуға иғтибарҙарын йәлеп итеү.
Читайте нас: