+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2019, 10:46

"Минең музей" конкурсында ҡатнашығыҙ!

“Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекттарына ярашлы, республикабыҙҙа төрлө конкурстар даими уҙғарыла.

“Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекттарына ярашлы, республикабыҙҙа төрлө конкурстар даими уҙғарыла.

Мәҫәлән, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы “Минең музей” тип аталған республика конкурсы иғлан иткәйне. Билдәле булыуынса, уға заявка алыу ваҡыты оҙайтылды: 22 октябргә тиклем ебәрергә мөмкин.

Ҡатнашыусылар документтарын, конкурс материалдарын Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы адресына – 450078, Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 160, йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрә ала.

Конкурста республикабыҙ биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль, мәҙәни-күңел асыу учреждениелары, үҙәк китапхана системалары музейҙары ҡатнаша ала.

Материалдар өс номинация буйынса ҡабул ителә:

1. “Әҙәбиәт өлкәһендә музей белем биреү программалары” (музейҙың белем биреү мөмкинлектәрен һәм уның коллекцияларын арттырыуға йүнәлтелгән проекттар, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары программалары, методикалары эшмәкәрлегенә системалы ҡараш, проект авторының педагогик аң даирәһе);

2. “Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар” (әҙиптең ижади мираҫын таратыуға йүнәлтелгән проекттар, шул иҫәптән күсмә күргәҙмәләр, белем биреү программалары);

3. “Музей инновацияһы” (музейҙарҙа заманса программалы техник сараларҙы, мультимедиа технологияларын, виртуаль экспозицияларҙы ҡулланыуға йүнәлтелгән проекттар).

Билдәле булыуынса, халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып ҡала. Ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауылдыҡылар ҙа мохтаж бөгөн быға. Республика етәксеһе Радий Хәбиров урындарға эш сәфәрҙәре барышында ошо мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар биреп, ауыл-ҡалаларҙағы социаль биналарҙың – мәктәптәрҙең, клубтарҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының һ.б. – эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнә, улар халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итһен өсөн тейешле күрһәтмәләр бирә килә, һәм был маҡсатлы йүнәлеш уңышлы тормошҡа ашырыла. Музейҙарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән әлегеләй саралар ҙа – ошо маҡсаттың бер өлөшө.

“Мәҙәниәт” милли проекты “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекттарынан тора.

Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас: