+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2019, 18:02

«Театральное Поволжье» конкурсында номинацияға дәғүә иткән спектакль кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренә тәҡдим ителде

16 октябрҙә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Тиле йәшлек» постановкаһының видеоверсияһы күрһәтелде.

16 октябрҙә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Тиле йәшлек» постановкаһының видеоверсияһы күрһәтелде.
Уны М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның халыҡ театры әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Сеансҡа Волга буйы федераль округының А. В. Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусының уҡыуҙа һәм спортта уңыштарға өлгәшкән курсанттары саҡырылды. Улар менән бергә тамашаны БР буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин да ҡараны.
«Бөгөн төбәктә үҫмерҙәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән 11 йәмәғәт проекты тормошҡа ашырыла, шулай уҡ сәләмәт мөмкинлектәре сикле кешеләргә, етемдәргә ярҙам итеү ҙә иғтибарҙан үҙәгендә, — тине ул. — Күреүебеҙсә, «Театральное Поволжье» республиканың халыҡ коллективтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тамашасылар ҙа постановкаларҙы яратып ҡарай».
Театраль марафон сиктәрендә БДПУ студенттары «Тиле йәшлек» спектаклен һайлап, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы ла үҙенсәлекле билдәләне.
Әйткәндәй, постановкалар өсөн интернет селтәрендә тауыш бирергә мөмкин. 27 мартта старт алған фестивалгә йомғаҡ яһағанда тамашасыларҙың тауыштары иҫәпкә алынасаҡ.
Читайте нас: