+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2019, 11:09

Владимир Путин балалар фильмдары өсөн киностудия булдырыу кәрәклеген белдерҙе

Ғаилә һәм балалыҡты яҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса советтың ултырышында Президент йөкләмәләр исемлеген билдәләне.

Ғаилә һәм балалыҡты яҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса советтың ултырышында Президент йөкләмәләр исемлеген билдәләне. Шулар иҫәбендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фильмдар төшөрөү буйынса махсуслашҡан киностудия булдырыу ҙа бар.
Был темаға докладты 20 декабргә тиклем әҙерләргә ҡушылһа, 2020 йылдың апреленә тормошҡа ашырыласаҡ саралар планы булырға тейеш.
Бындай фильмдар тәү сиратта уҡтыусыларҙың абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Шулай уҡ кадет кластарында, Суворов училищеһында уҡыу темаһын яҡтыртыу һәм балалар араһында пропагандалау мотлаҡ. Бындай уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеген имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ла биреү мәсьәләһен ҡарау талап ителә.

Читайте нас: