1994 йылдың 24 июне. Шау-гөр килеп Йәнекәйҙә үтәсәк «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙерләнәбеҙ. Кискә генә район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа шылтыратып: «Иртәгә осрашыуға Мостай Кәрим килә, ҙур ҡунаҡты яҡшы итеп ҡаршы алығыҙ», — тине. Билдәле әҙип район етәксеһе Заһир Ғәлиндың саҡырыуы буйынса ғүмер юлдашы Рауза ханым, ейәне Тимербулат менән килгән. Оло ҡунаҡтарҙы район буйлап сәфәрҙә Әсхәл Әхмәт-Хужа менән Лүзә еңгәй оҙатып йөрөнө.
Байрам башланыуға ҡәҙерле ҡунаҡтар килеп төштө. Шағир, яҙыусы, драматург Мостай Кәрим, район башлығы З. Ә. Ғәлин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы С. С. Ҡадиров, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа сәхнә түренән урын алды. Ул саҡта Йәнекәйгә осрашыуға килгән һәр кем: «Беҙ тере Мостайҙы күрҙек!» тип ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер. Бәләкәй генә, төпкөл ауылға шундай абруйлы шәхес, арҙаҡлы яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре килһен әле! Бөтәһе лә әҙиптең һәр ым-ишараһын ҡыҙыҡһынып күҙәтте, һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.
Мостай Кәрим иһә бик ябай, ихлас кеше булып сыҡты. Ул Әбйәлилгә өсөнсө тапҡыр килеүе хаҡында һөйләне, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Тәүге тапҡыр 1950 йылда дуҫы Мөхәмәт Хәйҙәров менән Әбйәлил еренә аяҡ баҫа ул. 1958 йылда БАССР-ҙың юғары Советы президиумы рәйесе Фәйзрахман Зәғәфүров машинаһын, водителен биреп, шағирҙы ике аҙнаға Ишембай, Йылайыр, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондарына сәфәргә сығара. «Минең хеҙмәтемде, ижадымды аңлаған, ихтирам иткән кеше булды. Башҡорт шағиры Уралды байҡамаһа, рухы байымаҫ», — тигән әҙип. Һәм шул саҡта ул беҙҙең районда ла булып, әҙәбиәт һөйөүселәр менән аралашып ҡайта.
Хөрмәтле ҡунаҡҡа нимә бүләк итеү хаҡында оҙаҡ һөйләштек, уртаҡ фекергә килә алмай бер булдыҡ. Шунан ауылдың оҫта тегенсеһе Нәфисә апай Хәйруллинаға түбәтәй тегергә ҡуштыҡ. Иртәнсәккә бүләк әҙер ине. Мостай Кәрим халыҡ, балалар менән рәхәтләнеп аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Уның ижадын белгәндәре, китаптарын уҡығандары өсөн ныҡ ҡыуанды. Оло йәштәгеләр ҙә, уҡыусылар ҙа шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләүе уға шул тиклем оҡшаны. Халыҡтың һорауы буйынса әҙип үҙе лә бер нисә шиғырын ишеттерҙе. «Шулай башлана йәшәү»ҙән һуң «Һабантуйҙан ҡайтып киләм» шиғырын башланы.
Бөтә нәмәм теүәл, тик нишләптер
Кәпәс төшөп ҡалған башымдан.
Ҡайтып киләм. Башта кәпәсем юҡ,
Баш һау булһа, кәпәс табылыр...
Арғымаҡты менеп, һабантуйға
Мин барырмын әле тағы бер! —
тигән юлдарҙы уҡығас, Нәфисә апай: «Таптым, таптым кәпәсеңде!» тип сәхнәгә йүгереп менде лә, «беҙҙең яҡта йәй кәпәс кеймәйҙәр, бына түбәтәй», тип халыҡтың дәррәү ҡул сабыуы аҫтында бүләкте шағирҙың башына кейҙерҙе. Алдан әҙерләһәң дә, шундай шәп килеп сыҡмаҫ ине.
Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң Мостай Кәрим ябай колхозсыларҙың тормош-көнкүреше менән танышып, донъяларын ҡарап сыҡты, яңы ҡалҡҡан йорттарҙы күреп, балаларса ҡыуанды, ауыл халҡының әҙәпле-иманлы икәненә инанды. Шағир менән осрашыу беҙгә йәшәү көсө, дәрт өҫтәгән, рухыбыҙҙа йылы эҙ ҡалдырған, ғүмерлек онотолмаҫ бәхетле мәл булып иҫтә ҡалды.