Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2019, 10:52

Китапхана етәкселәре кәңәш ҡора

Кисә Мәскәүҙә Рәсәйҙәге федераль һәм үҙәк төбәк китапханалары етәкселәренең йыл һайын үткәрелә килгән кәңәшмәһе башланды. Сара “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы уҙғарыла.

Кисә Мәскәүҙә Рәсәйҙәге федераль һәм үҙәк төбәк китапханалары етәкселәренең йыл һайын үткәрелә килгән кәңәшмәһе башланды. Сара “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы уҙғарыла.

Сараның төп темаһы – “Мәҙәниәт” милли проекты, китапханаларҙың яңы үҫеш этабы булараҡ”. Унда Башҡортостандан Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Ю.З. Ураҡсин ҡатнаша. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй дәүләт китапханаһы, Рәсәйҙең милли китапханаһы тарафынан ойошторолған кәңәшмә 23 октябргә тиклем барасаҡ. Унда Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилованың сығыш яһауы көтөлә.

Кәңәшмәлә ҡараласаҡ мәсьәләләр:

* Рәсәйҙә Китапхана эшен үҫтереү концепцияһын булдырыу;

* “Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы моделле муниципаль китапханалар асыу: тәүге һөҙөмтәләр һәм киләсәккә мөмкинлектәр;

* “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты. Милли электрон китапхананың һанлаштырылған баҫмалар фондын тулыландырыу. Китап һәйкәлдәре реестры һәм баҫмаларҙы милли электрон китапханаға индереү: специфика һәм процестарҙың эҙмә-эҙлеклелеге;

* Милли электрон китапхана;

* Китапхана фондтарының оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итеү мәсьәләләре;

* Китапхана-мәғлүмәт өлкәһе белгестәре компетенцияларын үҫтереү: проекттар һәм программалар.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.


Читайте нас в