+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2019, 19:11

Республика фестивале башланды

Бөгөн районда ҙур фестиваль башланғыс алды.

Бөгөн районда ҙур фестиваль башланғыс алды. Театр йылында билдәле яҡташыбыҙ, актер, режиссер Әхтәм Әбүшахманов призына бағышланған республика халыҡ театрҙары фестивале тап Әбйәлилдә уҙыуы бик мәртәбәле. Өс көн дауамында барасаҡ ижади бәйгелә Учалы, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ғафури, Нуриман, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Белорет һәм үҙебеҙҙең райондың халыҡ театрҙары сығыш яһай. Һәүәҫкәр әртистәрҙе Әхтәм Әхәт улы етәкселегендә жюри баһалаясаҡ. Уның составында — халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгес Тәнзилә Ҡалмырҙина, яҡташыбыҙ, күренекле актриса Сара Буранбаева, йырсы Йәмил Әбделмәнов. Фестивалде тантаналы асҡандан һуң иң тәүге булып сәхнәгә Атауҙы ауылының «Ялҡын» театр коллективы сыҡты.
Читайте нас: