+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2019, 17:37

Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы үтә

3 ноябрҙә Өфө "Сәнғәт төнө - 2019" Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушыла.

3 ноябрҙә Башҡортостандың музейҙары, китапханалары, клубтары, театр һәм филармониялары Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Сәнғәт берләштерә" тигән слоган аҫтында ишектәрен асасаҡ һәм мәҙәниәт донъяһына саҡырасаҡ. Быйыл "Сәнғәт төнө" сараһы халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала, шулай уҡ Театр йылы сиктәрендә тамашалар булыуы көтөлә.

Мәҙәни усаҡтарҙан тыш баш ҡалала "Интеллектус" музейы, "Рәсәй - минең тарихым" тарихи мультимедиа паркы эшләйәсәк. Музейҙар 300-ҙән ашыу төрлө ҡыҙыҡлы сара әҙерләгән, ә филармонияла Мостай Кәрим әҫәрҙәренә ҡуйылған спектаклдәрҙә файҙаланылған кейем, сәхнә экспонаттары күргәҙмәһе, фотолары күрһәтеләсәк. Теләүселәр тематик мастер-кластарҙа ҡатнаша ала.
Читайте нас: