+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2019, 10:40

Иғтибар: яңы проект

11-13 ноябрҙә Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының I республика фестивале үтә. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарафынан ойошторолған яңы проект төбәгебеҙҙәге балалар һәм йәштәр театрҙарын, һәүәҫкәр театраль сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Фестивалде асыу тантанаһы 11 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була. Ике көн дауамында конкурс өсөн әҙерләнгән тамашалар ҡараласаҡ. Фестивалдә Ағиҙел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Нефтекама, Салауат, Өфө ҡалалары, Дүртөйлө, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Яңауыл райондарының балалар һәм йәштәр театр коллективтары ҡатнашасаҡ.
13 ноябрҙә ҡаралған спектаклдәр хаҡында фекер алышыу, һәүәҫкәр театрҙарҙың етәкселәре һәм режиссерҙары өсөн ижади лаборатория ойоштороу ҡаралған. Фестиваль конкурс еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланасаҡ. Шулай уҡ иң яҡшы тип табылған спектаклде күмәкләп ҡараясаҡтар.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштары ошо категориялар буйынса баһалана: режиссерлыҡ һәм актерлыҡ оҫталығының юғары кимәле; сәхнә графикаһы кимәле; ҡуйылыштың матди-техник тәьминәте; драматургия материалын һайлау һ.б. Жюри составына театр тәнҡитселәре, блдәле режиссерҙар, педагогтар ингән: Әхтәм Абушахманов, Татьяна Хәйбуллина, Таңсулпан Бабичева, Мәсәлим Күлбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.
Фото Башҡортостан Мәҙәниәт минитрлығы сайтынан.
Читайте нас: