+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2019, 11:33

Әбйәлилдәр Ғәйнә ерендә

Пермдә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Унда республика данын әбйәлилдәр яҡлауы оло мәртәбә булды.

Пермдә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Унда республика данын әбйәлилдәр яҡлауы оло мәртәбә булды.

Пермь өлкәһенең төрлө тарафтарында башҡорт моңдары яңғыраған, шаулап-гөрләп Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙған. Ҙур, әһәмиәтле сара сиктәрендә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, боронғо кәсеп-шөғөлдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар үткән, сәнғәт оҫталарының сағыу, йөкмәткеле концерты, бай күргәҙмә ҡуйылған. Башҡортостандан делегацияһын тотошлай тиерлек беҙҙең райондың күренекле сәнғәт әһелдәренән торған. Улар араһында Әнүәр Шафиҡов Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әбйәлилдә эшләп киткән. Ә Учалы районының Уральск сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Илгиз Йомағужин яҡташыбыҙ, Аһылай ауылы егете. Ҡалғандар иһә Әбйәлилдә генә түгел, республикала, унан ситтә лә танылыу яулаған сәхнә эшмәкәрҙәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәрҙәре Зөмәрә Хызырова, Йәзилә Тайыпова, Марс Сәйетғәлин, Роза Хәйруллина, Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңлегөл Солтанбаева, Буранғол мәҙәниәт йорто янындағы кейеҙ йорто етәксеһе Зөлфирә Махийәнова, Байым күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Ирес Илһамов, Гүзәлиә Зәйтүнова, Нурзилә Дауытова, Мәрзиә Юламанова, Зәмирә Мөхәмәтова, Зилбәр Мөхәмәтйәрова, Ғәлиә Кинйәбаева, Зөлфирә Баһауетдинова ихлас күңелдән башҡорт мәҙәниәтен ҡәрҙәштәренә өйрәткән, белгә-нен өләшкән. Башҡорт мәҙәниәте, йолалары, халыҡтың йыр-көйҙәре, милли бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре менән ҡыҙыҡһынып килеүсе төрлө йәштәге милләттәштәр Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы әүҙемлеге, ихласлығы, остаздар биргән дәрестәрҙе өйрәнеп ҡалырға тырышыуҙары, рухлы ынтылыштары менән таң ҡалдырған. Пермь, Чайковский, Оса ҡалаларында, Көйәҙе, Ҡуян, Барҙа райондарында үткән осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән фәһемле булған.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: