+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь 2019, 16:28

«Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуы кастингҡа саҡыра!

Беренсе каналда барған Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуына кастингта ҡатнашырга була

Башҡортостан балалары Беренсе каналда барған Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуына кастингҡа саҡырыла. Программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу 22-24 ноябрҙә Өфөлә уҙа. Кастингта 3-тән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Ҡыҙыҡ һәм етди бәләкәстәрҙе, фекерләргә яратҡан, телдәр, оялсан һәм ихластарҙы, яңы саҡ телдәре асылған иң кескәйҙәрҙән алып титуллы спортсы исеменә лайыҡ булған йәки артист булып танылған 12 йәшлек «өлкәндәр»ҙе — һәр төрлө талант оҫталарын сараны ойоштороусылар Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 34, 3-сө ҡат адресы буйынса «Йети» балалар үҙәгендә көтөп ҡала.
Читайте нас: