+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь 2019, 11:52

Өс көн сәхнә шаулатты фестиваль

Күренекле яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев, Ким Әхмәтйәнов, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әхәт улы Әбүшахманов призына республика театрҙар бәйгеһе уҙҙы.

Күренекле яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев, Ким Әхмәтйәнов, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әхәт улы Әбүшахманов призына республика театрҙар бәйгеһе уҙҙы.

Былтыр башланғыс алған был фестиваль артистың тыуған ере — Буранғолда уҙғайны. Тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, унда театр коллективтары дөргөн ҡатнашты. Быйыл иһә бәйге район мәҙәниәт һарайында үтте. Театр йылы сиктәрендә уҙған ижади фестивалде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне һәм бәйгеселәргә уңыштар теләне. Бөрйән, Учалы, Нуриман, Баймаҡ, Ғафури, Ишембай, Йылайыр, Әбйәлил райондарының театр коллективтары үҙҙәренең ижад емештәрен жюри хөкөмөнә сығарҙы.

Өс көн дауамында район мәҙәниәт һарайы сәхнәһе бер минут та буш торманы: тамашасыларҙы уйландырған, һиҫкәндергән, көлдөргән, фәһем биргән, ғәжәпләндергән әҫәрҙәр ҡуйылды. Тәүге булып Атауҙы клубының «Ялҡын» театр коллективы (етәксеһе Р. Ғ. Замалитдинова) Р. Хөсәйеновтың «Изге ялған» драмаһын тәҡдим итте. Учалы районының халыҡ театры (Н. Ғ. Аллаяров) Э. Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер!» комедияһын, Баймаҡ районының «Һаҡмар» халыҡ театры (Г. С. Кейекбирҙина) Ф. Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!» спектаклен күрһәтте. Икенсе көндә тамашасылар Межгорье ҡалаһының «Ҡарлуғас» халыҡ театры (М. Ю. Фазылова) Н. Шиһаповтың «Иҫерек айныһа, хәйерсе байыһа» комедияһын, район мәҙәниәт һарайы янындағы «Йәйғор» халыҡ театры (И. М. Шәйәхмәтова) Ә. Яхинаның «Аҡҡошом минең» комедияһын, Бөрйән районының «Тарыуал» халыҡ театры (Ш. Ә. Мәжитов) К. Мәргәндең «Шомбай»ын, Ишембайҙың «Зөбәржәт» халыҡ театры (З. Ф. Шаһиева) Х. Зариповтың «Их, кәләше лә, кәләше» комедияһын, Нуриман районының С. Мифтахов исемендәге халыҡ театры (Э. М. Ғәзизова) С. Әбүзәровтың «Йәшлеккә ҡайтыу» комедияһын һәм Ғафуриҙың «Аҡбейек» халыҡ театры (Р. Р. Йәнтүрина) С. Суринаның «Аласабыр менеп кил, йәнем!» спектаклен ҡараны. Һуңғы көндә Йылайыр районының «Нәжәғәй» театр коллективы (М. Ҡ. Кинйәбулатова) Ә. Яхинаның «Аҡҡошом минең» комедияһын күрһәтте. Театр коллективтарын абруйлы жюри баһаланы. Уның рәйесе — республиканың театр эшмәкәрҙәре берлеге етәксеһе, актер, режиссер Әхтәм Әбүшахманов, составында ла күренекле сәнғәт әһелдәре: билдәле йырсы Йәмил Әбделмәнов, тағы бер яҡташыбыҙ, актриса Сара Буранбаева, халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина булды. Бәйгенең өсөнсө көнөндә театрҙар режиссерҙары өсөн семинар үткәрелде.

Фестивалде ябыу тантанаһында мәшһүр яҡташыбыҙҙың бала сағын сәхнәләштереү, ғүмер юлын, ижади ҡаҙаныштарын барлау, Әхтәм Әхәт улы уйнаған кино-спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарау уның өсөн ғорурлыҡ тойғоһон көсәйтте. Ә инде Ә. Әбүшахмановтың тамашасыларға тел ҡәҙере тураһында шиғыр һөйләүе күңелдәргә үтеп инде. Йәмил Әбделмәнов моңло йыр бүләк итте, райондаштары күренекле шәхесте ҙурлауына һоҡланыуын белдерҙе.

— Үҙенең таланттары менән дан тотҡан Әбйәлилдән булыуыбыҙға сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бәрәкәтле ерҙән күпме шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе — Әхтәм Әбүшахманов. Ул бәхетле кеше: йәмен, тәмен белеп ижад итте, уның дауамы булған ике улы сәнғәт күгендә ҡаҙаныштар яулай, — тине Сара Буранбаева.

Тәнзилә Ҡалмырҙина фестивалде ойоштороусыларға, район хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тантанананың иң тулҡынландырғыс мәле — фестивалгә йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе иғлан итеү булды. «Сәхнәләге шаянлыҡ» номинацияһында Учалы районының Юлдаш ауылы клубы театр коллективы, «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» — Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы «Һаҡмар» халыҡ театры, «Көнүҙәк проблемаларҙы күтәреүсе» — Белорет районы Межгорье ҡалаһының «Ҡарлуғас» халыҡ театры, «Тәрбиә мәсьәләһендә көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртыусы» номинацияһында район мәҙәниәт йорто янындағы «Йәйғор» халыҡ театры, «Заман драматургияһына мөрә-жәғәт» Нуриман районының С. Мифтахов исемендәге халыҡ театры, «Образдарҙы дөрөҫ сағылдырыусы» булараҡ Йылайыр районының Йылайыр ауылы «Нәжәғәй» театр коллективы билдәләнде. Өсөнсө урынды Атауҙы клубының «Ялҡын» театр коллективы, икенсене Ғафури районы Сәйетбаба ауылының «Аҡбейек» халыҡ театры алды. Бөрйән районының «Тарыуал» халыҡ театры беренсе урынға лайыҡ булды. Гран-при Ишембай районының Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң «Зөбәржәт» халыҡ театрына бирелде. Әхтәм Әбүшахманов халыҡ театрҙары республика фестиваленең төп бүләген тапшырып, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне.

— Фестиваль дауам итһен, үҙенең офоҡтарын киңәйтһен, сәнғәтебеҙ күгендә яңы йондоҙҙар балҡыһын, — тине Әхтәм Әхәт улы һәм бәйгене юғары кимәлдә уҙғарған райондаштарына ысын күңелдән изге теләктәрен еткерҙе.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: