+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ноябрь 2019, 12:55

Конкурс еңеүселәре 27 ноябрҙә билдәләнә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 27 ноябрҙә "Уфимская волна - 2019" музыкаль конкурсының еңеүселәрен әйтәсәктәр.

"Спутник ФМ" радиостанцияһы һигеҙенсе тапҡыр "Уфимская волна" музыкаль конкурсын ойоштора. Ошо осорҙа 6 меңдән ашыу кеше үҙен йыр бәйгеһендә һынап ҡараны, 60 йырсы төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Һигеҙенсе миҙгелдең финалына 400 ҡатнашыусының 21-е сыҡты. Иң шәп йырсы тип табылған йырсыларҙың исемдәрен 27 ноябрҙә барған тура эфирҙа беләсәкбеҙ. Концерт 19 сәғәттә башлана.

Финал тамашаһы барған мәлдә үҙегеҙгә оҡшаған йырсы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн күп каналлы телефон һандарына шылтыратып, конкурсанттың нисәнсе һан аҫтында сығыш яһауын һәм уға тауыш биреүегеҙҙе әйтергә кәрәк.Иң күп тауыш йыйған йырсы "Халыҡ һөйөүе" номинацияһын аласаҡ. Ә жюри ҡалған номинацияларҙа еңеүсене билдәләй.
Читайте нас: